Бөгөн һәр ерҙә төҙөлөш киң ҡолас менән бара, район үҙәктәрендә, ҡалаларҙа яңынан-яңы йорттар, хатта тотош урамдар барлыҡҡа килә. Халыҡ хәҙер үҙе лә йорт һалып инеүҙе йә булмаһа гараж, келәт, һарай төҙөүҙе ауыр эшкә һанамай, тик теләк һәм, иң мөһиме, төҙөлөш материалы ҡул аҫтында булһын.
Ә һуңғыһына әле ҡытлыҡ бөтөнләй юҡ, йәнең ни теләй! Балтас районында кирбес етештереүгә махсуслашҡан “Стройкерамика” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (директоры – Радим Әхкәмов) асылыуын шәхси йорт һалыусылар ғына түгел, ҙур төҙөлөш ойошмалары ла көтөп алған.
Кирбескә элек-электән халыҡ араһында ихтыяж ҙур булды. Бөгөн дә завод етештергән продукцияға район халҡы ғына түгел, күрше райондар, Өфө, Нефтекама ҡалалары ла өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, быйыл тәүге ярты йыллыҡта “Стройкерамика” йәмғиәте федераль, республика һәм район бюджетына ғына дүрт миллион һумдан ашыу күләмдә һалым күсергән. Район хакимиәте лә завод эшмәкәрлеге менән даими ҡыҙыҡһынып тора. Төбәктә төҙөлөштөң һис туҡтағаны юҡ, ә эш фронты булғас, йәмғиәт хеҙмәткәрҙәренә лә эш була тигән һүҙ. Тырыштар, үҙ эшенең оҫталары күп бында. Тәүлегенә 27 мең дана кирбес етештерелә. Кирбес экологик яҡтан таҙа, сырье тик Балтас районынан ғына алына. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: продукцияның сифаты тикшереү үтә, насарҙары ҡулланыусыларға барып етмәй, быға етәкселек юл ҡуймай.
Заводтың бөгөн күп төрлө кирбес етештереү мөмкинлеге бар. Район үҙәгенең Көньяҡ биҫтәһендәге 1-се урта мәктәптең яңы бинаһы, балалар баҡсаһы, дауахана, мәсет нәҡ “Стройкерамика” йәмғиәте кирбесенән төҙөлгән дә инде. Биҫтәлә шәхси йорт һалыусылар ҙа ошо кирбескә өҫтөнлөк бирә. Завод был микрорайонда үҙ көсө менән һатыуға 27 йорт та төҙөгән.
Бөгөн 67 кеше эш менән тәьмин ителгән. Яҙмышын ошо йәмғиәт менән бәйләргә теләүселәрҙе бында әле лә көтөп ҡалалар. Етәкселек: “Эшсе ҡулдар артыҡ булмай”, — ти, тимәк, араҡы ҡолона әйләнмәгәндәр кирбес заводына мөрәжәғәт итә ала.
Продукцияға ихтыяж көндән-көн арта, шуға ла етәкселек етештереүҙе арттырыуҙы маҡсат итеп алған. Төҙөлөш әле бында дәррәү бара. Яңы киптереү камераларын урынлаштырыу эшенең яртыһы тамамланған.
– Элек киптерелгән кирбесте өс тәүлектән һуң вагондарға ҡул көсө менән тейәп мейескә оҙата инек, киләсәктә был эш робот ярҙамында башҡарыласаҡ, – ти мастер Мәғдән Ғиләжев. – Ә мейестә мең градус эҫелектә ике тәүлек янған кирбес (әҙер продукция) поддондарға ҡул көсө менән тейәләсәк, сөнки уларға сифатһыҙ продукция һалынырға тейеш түгел.
Бөгөн заводта баш ҡаланың “Стройогнеупоры” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре ремонт эштәре алып бара. Йылына 20 миллион дана кирбес етештерергә һәләтле заводтағы яңы ҡоролмалар киләһе йылдың февралендә эшкә ҡушыласаҡ. Ошолары ла сафҡа инһә, тағы ла тиҫтәләгән кешегә эш урыны буласаҡ. Әле завод биләмәһендә ремонт барһа ла, эш бер генә минутҡа ла туҡтамай, продукция ҡулланыусыларға ваҡытында барып етә.
Йәмғиәттең аҙымдары ышаныслы, сөнки кирбескә ихтыяж бар, буласаҡ. Етәкселек “Россельхозбанк”тан алған кредитты тулыһынса ҡаплаған. Яңы ҡоролмалар һатып алыу өсөн Өфөнөң “Инвесткапиталбанк” акционерҙар йәмғиәтенән льготалы кредит алғандар.
Йәмғиәт эш шарттарын тулыһынса контролдә тота. Ашхана эшләй, йыуыныу кабиналары ҡуйылған. Эш урынына алып барыу-алып ҡайтыу хәл ителгән. Бында нигеҙҙә күрше ауылдан йөрөп эшләйҙәр.
Шөкөр, республика етәкселеге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә күп көс һала, яңы программалар ҡабул итә. Шуға ла район һәм ҡалаларҙа яҙмышын эшҡыуарлыҡҡа бәйләүселәр һаны күбәйә. “Стройкерамика” йәмғиәте ошоға асыҡ миҫал булып тора ла инде.
Самат ҒӘЛИН
Балтас районы.