Илвира МӨСЛИМОВА, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бүлек мөдире:— Китапханабыҙҙа "Башҡортостан" гәзитенең 95 йыллығына арналған күргәҙмә ойошторҙоҡ. Унда баҫманың бай тарихы сағыла. Беҙгә килеүселәр күргәҙмәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай, сөнки "Башҡортостан" — милли матбуғатыбыҙҙың тәүге йондоҙо, күптәрҙең йән дуҫы.
Күпме ғалим гәзит ярҙамында ғилми хеҙмәттәр яҙҙы икән?! Иҫәпләп бөтөрлөк түгел. Тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, телселәр һәм студенттар элекке һандарға йыш мөрәжәғәт итә. Шуның өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы — һәр һанды һаҡлап, киләсәк быуынға еткереү. Әлеге көндә "Башҡортостан" гәзите архивының электрон версияһын булдырыу тәңгәлендә эшләйбеҙ.
Н. ХӘСӘНОВА яҙып алды.