Һуңғы арала матбуғат саралары иҫерек водителдәргә ҡаршы көрәште йәйелдерһә, юлдарҙағы “һуғыш”тың башҡа хәүефле персонаждары ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттең иғтибарын үҙенә йәлеп итә тора. Һүҙ үҫмерҙәр хаҡында.
Аяныслы ваҡиға үткән шәмбелә Бөрө ҡалаһында булған: 15 йәшлек үҫмер атаһының Ford Focus автомобилен һорауһыҙ алып, йөрөп килергә ниәтләгән. Мауыҡтырғыс сәйәхәткә, әлбиттә, бер үҙе сыҡмаған – йәштәштәрен ултыртҡан. Мәгәр мөмкинлеген генә дөрөҫ баһаламаған: бер боролошта автомобилгә идараны юғалтҡан, ҙур тиҙлектә елгән “ҡорос ат” юл ситенә ауҙарылған. Сәйәхәт 14 һәм 15 йәшлек ҡыҙ һәм егеттең үлеме менән тамамланған. Водитель һәм тағы ла ике пассажир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта бындай хәлдәр йыш була. Ял көндәрендә оҡшаш ваҡиға Тыва Республикаһында ла теркәлгән. 15 йәшлек ҡыҙ, атаһының сит ил автомобиленә ике әхирәтен ултыртып, һуңғы сәйәхәтенә сыҡҡан. Юл-транспорт фажиғәһендә тәжрибәһеҙ водитель һәләк булған, ике ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәре алған. Июлдә иһә Архангель өлкәһенең Котлас ҡалаһында 17 йәшлек үҫмер, автомобилгә идара итеү танытмаһы һәм тәжрибәһе булмай тороп, 5 баланы, шул иҫәптән үҙен дә әрәм иткәйне: төнөн ҙур тиҙлектә елгән “Нива-Шевроле” юл ситендә туҡтап торған йөк машинаһын күрмәйенсә барып бәрелгән. Ғәҙәттә, бындай аяныслы хәлдәрҙе тасуирлағанда, “автомобилде атаһынан һорамайынса алған”, тип яҙалар. Ғәйепте балаһының нимә менән шөғөлләнгәнен белмәгән йәки белергә теләмәгән битараф, яуапһыҙ ололарға япһарырғамы?
Ял көндәрендә генә Башҡортостанда ете тиҫтәгә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 8 кеше һәләк булған, 71 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Ришат ҠӘЙҮМОВ, Бөрө районы буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы:– Был фажиғә — балаларҙың ғына түгел, тәүге сиратта ололарҙың яуапһыҙлығы бәләһе. Рулгә ултырған үҫмерҙең атаһы улының ҡылығын белмәмешкә һалыша, хатта “автомобилемде алып ҡасҡандар” тигән фекер ҙә яңғыратҡан. Бының дөрөҫмө-түгелме икәнлеген тикшереү билдәләйәсәк. Әйткәндәй, юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған үҫмерҙәр барыһы ла етеш ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән.
Һөнәрем буйынса йыш ҡына ошондай аяныслы ваҡиғаларҙың шаһиты булырға тура килгәнгә, ата-әсәләргә былай тип әйтер инем: балаларығыҙҙы шаштырмағыҙ, йәмғиәттә үҙе генә түгел, башҡалар өсөн дә яуаплылыҡ тоя белеү мотлаҡ икәнлеген аңлатығыҙ. Юғиһә, беҙҙә 10 – 14 йәшлек ул-ҡыҙҙарына скутер алып биргән, машина асҡысы тотторған ата-әсәләр ҙә бар.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА