Беҙ элек тыуған. Хәҙергеләр белеп тыуғанмы?07.11.2012
Беҙ элек тыуған. Хәҙергеләр белеп тыуғанмы?“Минең халҡым кеүек, кемдең тағы иң ҙур һәйкәлдәргә хаҡы бар...”

Һәр ҡәүем, күмәкме ул, аҙ һанлымы, Ер йөҙөндә үҙенең йәшәүе менән үк олуғ һәйкәлдәргә хаҡлы. Ҡайһылыр ҡәүем кешелектең мәҙәниәтен үҫтереүгә, донъяны танып белеүгә күберәк өлөш индергән, кемдәрҙеңдер эҙе тарихта улай уҡ балҡып ятмай икән, бында береһен ҙурлап, икенсеһен хурлау урынлымы? Минеңсә, юҡ. Мәҫәлән, башҡорттоң боронғо ҡалалары булыуын ғалимдарҙан башҡа кем белә? Уларҙы кем күргән? Ғәйәт ҡатмарлы тарихи шарттарҙа халыҡ матди һәм рухи мәҙәниәтен бөгөнгәсә түкмәй-сәсмәй килтереп еткерә алмаған икән, быға элеккеләр ҙә, беҙҙең быуын да ғәйеплеме ни? Башҡорт ҡәбиләләренең заманында боронғо Волганан Тубылғаса күсеп йөрөп көн иткәнен дә беләбеҙ. Хәҙер килеп, халҡым аҙ һанлылар иҫәбендә йөрөй. Быға ҡарап ҡына кем уны бәләкәй халыҡ тип раҫлай ала?

Телен, ғөрөф-ғәҙәтен, йыр-моңон, рухын һаҡлап ҡала алған һәр халыҡ — бөйөк. Әммә ул күршелә йәшәүсе бер генә ҡәүемдән дә ҙур түгел. Былай раҫлау, бәлки, милләт һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе белгестәрҙең ҡолағын ярыр. Ләкин ул — минең инаныуым.
Социаль инҡилаптарҙың төп маҡсаттарының береһе — халыҡҡа азатлыҡ биреү. Рәсәй социаль-демократтары, һуңғараҡ — большевиктар менән меньшевиктар ҙа, үҙ программаларында үҙәк пункт итеп һәр милләткә үҙаллы үҫеү форсатын биреүҙе ҡуйған. Әйткәндәй, бер генә хәрәкәт тә, реакцион түңкәрелештәр ҙә, хатта асыҡтан-асыҡ баҫҡынсылыҡ та халыҡтың күҙенә ҡарап, “мин һине ҡоллоҡҡа төшөрәм, һин ирекле булмаясаҡһың”, тимәй. Көнбайыш дәүләттәр миссионерҙары, мәғлүм булыуынса, ярты донъя халҡын рухи азатлыҡ, миһырбанлыҡ, туғанлыҡ һүҙҙәре менән үҙ яғына ауҙара алған.
Әле лә донъялағы социаль-сәйәси, иҡтисади процестар мотлаҡ халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау, уға хеҙмәт итеү, бәхет биреү әләме аҫтында бара. Һәм ошо хәрәкәттәр, программалар, вәғәҙәләр бутҡаһында ысын хәстәрлекте — демагогиянан, изгелекте битлек кейгән яман уйҙан айырыу еңел түгел. Африка, Азия, Латин Америкаһындағы байтаҡ ҡына халыҡтарҙың милли фажиғәһе, бәлки, шунандыр ҙа. Фәнни-техник прогресс менән дәртләнгән, цивилизация ҡаҙаныштарын үҙ милли-эгоистик маҡсаттары өсөн файҙаланырға алдараҡ өйрәнгән көслө халыҡтар, ҡайҙа — көс, ҡайҙа — үҙ-ара үс, ҡайҙа хәйләле һүҙ менән бүтәндәрҙе тәүҙә буйһондора, артабан теленән, торараҡ инде иленән дә яҙҙыра алған. Әсә телен, милли сәнғәтен, мәҙәниәтен, традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотҡан инглиз, француз, испан телле, ҡара һәм һары тәнле халыҡтар донъяла аҙмы ни?
Телдән яҙыу фажиғәһе шул хәтлем тәрәнлеккә еткән, хатта күп милләтле бөйөк Һиндостан халҡы, мөстәҡиллек алыуына алтмыш биш йыл үткәс тә, урындағы ҡәүемдәрҙең уртаҡ милли телен тергеҙә алмай, башлыса һаман инглизсә һөйләшә.
“Теле юҡтың — иле юҡ”, ти халыҡ. Ысындан да, әгәр ата-бабаһының телен белмәһә, рәсми рәүештә шул милләт кешеһе булып яҙылһа ла, ул тулы мәғәнәһендә үҙ милләте вәкиле һанала алмайҙыр. Сөнки ҡайһылыр халыҡтыҡы булыр өсөн шул халыҡтың ғәйәт бай һәм ҡатмарлы рухи донъяһында йәшәргә кәрәк.
Хаҡтыр, Башҡортостан ере байтаҡ быуаттар буйына урыҫ, татар, сыуаш һәм тиҫтәләрсә бүтән ҡәүемдәр өсөн дә тыуған-үҫкән изге урынға әйләнгән.
Улар ошо ерҙә телен һәм мәҙәниәтен үҫтереп, ихласлыҡта йәшәй. Киң күңеллелек, рухи йомартлыҡ — башҡорттоң иң күркәм сифаттарының береһе. Шуға күмәк халыҡтар йәшәгән төбәктә тормош логикаһы интернациональ дәүләтселек берәмеген бар итте. Быға зиһене бар кем ҡаршы булһын? Ләкин бәлә шунда: нисәмә йылдар, “социалистик интернационализм” шаршауына ышыҡланып, халыҡтың үҙ мәртәбәһен күтәреүгә аҙ ғына ынтылышына ла милләтселек мөһөрө баҫыла килде.
Бына шулай төҙөгән олатай-өләсәйҙәребеҙ Башҡортостанда төп милләте башҡорт һаналған халыҡ-ара дуҫлыҡ республикаһын. “Һаналған” тигән һүҙҙе мин аңлы рәүештә һәм әсенеү менән ҡулланам. Сөнки бынан ике тиҫтәнән ашыу йыл элек кенә, башҡорттоң үҙ республикаһында биләгән урыны тураһында әйтеү түгел, уйлау ҙа сәйәси хилафлыҡ тип баһалана ине. Халыҡтар дуҫлығы хаҡында һөйләһәк, республикабыҙҙа кәм тигәндә йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәүен оло ҡаҙаныш итеп күрһәттек. Әйтерһең, интернационаллек башҡорт егетенең татар ҡыҙына өйләнеүенән ғибәрәт. Гүйә, йөҙҙәрсә кеше ҡатнашлығында йыр, бейеү, музыка байрамдары үткәреп, башҡорттарҙан — “саратовский”, татарҙарҙан ҡурай уйнатып ҡына милләттәрҙе яҡынайтып була. Башҡорт менән урыҫты, татарҙы һәм украинды директива менән үткәрелеүсе ҡаҙ өмәләре түгел, ә күмәкләп йәшәгән ер, тарихи яҙмыш, бергәләп түккән ҡан һәм бүлешеп ашаған икмәк берләштерә.
Халыҡ үҙ-ара тел үә лөғәт алмашып йәшәһә, байый ғына. Башҡорттоң татар туғаны менән ҡулдаш, телдәш булып йәшәүе уны донъя мәҙәниәтенә, бигерәк тә Шәреҡ мәҙәниәтенә ифрат яҡынайтты. Урыҫ һәм татар, украиндар һәм белорустар, азербайжандар һәм әрмәндәр бергәләшеп, Башҡортостан сәнәғәтен ҡорған. Милли эшселәр ҡатламы ла, милли интеллигенция ла бит үҙенән-үҙе генә хасил булмаған. Шуға күрә, башҡорттоң үҙ милли традицияларын сикһеҙ хөрмәт итеп, үҙаңының тағы ла үҫеп китеүенә һөйөнөп, халыҡ булып һаҡланыуында ут күршеләрҙең дә өлөшө ҙур булыуын инҡар итмәйек.
Халыҡтың халыҡ тигән мәртәбәһен һаҡлап ҡалайым тиһәң, хакимдарға уның яҙмышы менән шаярырға форсат бирмә. Былай ҡәтғи һүҙҙәрҙе әйтергә тиң хоҡуҡлылар иле тип йөрөтөлгән дәүләтебеҙҙә аҙ һанлы байтаҡ ҡәүемдәрҙең бөгөнгө хәле мәжбүр итә. Заманында, кешеләрҙең “яңы тарихи берләшмәһе — совет халҡын” — булдырабыҙ тигән идеологик кампания һөҙөмтәһендә төньяҡтың, Алыҫ Көнсығыштың боронғо халыҡтарын үҙ теленән һәм, ғөмүмән, мәҙәниәтенән мәхрүм итеү хәленә еттек. Ненец, юкагир, селькуп, нивх йәштәренең урыҫ телендә таҙа һөйләшеүенә һоҡланырға мөмкин, уның ҡарауы, улар әсә телен ифрат насар белә. Урыҫ теле, милләт-ара аңлашыу әмәле булараҡ, әлбиттә, алмаштырғыһыҙ. Ләкин ата-бабаң телен ҡорбан итеү хаҡына урыҫ теленән фетиш яһау ҙа яҡшы түгел. Балаң өс тел, биш тел белһен, әммә үҙ телендә һөйләшһен.
Хәйер, халҡыбыҙҙың ҙур бер өлөшөнөң, айырыуса йәшерәк быуындың, әсә телен онота барыуына үҙебеҙ, фәҡәт үҙебеҙ ғәйепле. Урыҫ телендә уҡымаһа, балам наҙан ҡаласаҡ тигән тезис өҫтән уйлағанда ғына ғади һәм тупаҫ күренә. Асылда иһә, халыҡҡа шул кәйефте һеңдереүселәр милли мәҙәниәт аҫтына мөҙҙәте еткәс шартлай торған бомба һала.
Йәки шуға оҡшаған икенсе миҫал. Кадрҙарҙы элегерәк — номенклатура, хәҙер — класлы төркөм тип исемләй торған касталарға айырғанда, ҡайһы берәүҙәрҙең милләтен бирсәткә һымаҡ алмаштырырға нимә мәжбүр итә? Милләт ихтыяждарымы? Сәйәсәттең беҙ айышына төшөнә алмаған талаптарымы? Юҡ. Сәйәси конъюнктура һәм шәхси карьеристик мәнфәғәттәр.
Бындай аппарат урындары ла татар кешеһен, ихтыярһыҙлап башҡорт тип теркәү йәки урыҫ балаһына башҡорт телен мәжбүри тағыу кеүек үк, үтә хәүефле. Улар милләттәр араһында ризаһыҙлыҡҡа, бер-береһенән шикләнеүгә, ахыр килеп, “мин мин инем, һин кем инең?” тигән тайғаҡ юлға төшөрә.
Илебеҙ халҡы өсөн ауыр замандар һис ҡасан да үтмәй. Һуғыштан аҙаҡ илде аяҡҡа баҫтырырға ла өлгөрмәнек, өҫ-баш — кейемгә, тамаҡ икмәккә туймай ҡалды, хәсрәт етәкселәр дәүләтебеҙҙе әле эске, әле халыҡ-ара авантюраларға этә башланы. Милли килемдең төп өлөшө самаһыҙ ҡоралланыуға, ғәмәлгә ашмаҫ прожекттарға, ярты донъяны аҫрау итеп тотоуға китеп торҙо. Һәм ошондай уҡ сәйәсәтте Рәсәй Федерацияһы етәкселәре һаман дауам итә. Шул уҡ ваҡытта ҡалаларҙа меңдәрсә ғаилә әле булһа подвалдарҙа, барактарҙа, кеше тупһаһында яфа сигә. Ауыл кешеһенең иңендәге ауырлыҡтар тураһында әйтеп тороуы ла урынһыҙ.
Әлхасил, Рәсәй кешеһе американдан йә япон кешеһенән аңғырараҡмы әллә? Илебеҙҙә ломоносовтар, кулибиндар, толстойҙар әле лә күп. Башҡорттоң Салауат рухлы батырҙары, Ниғмәти кеүек шағирҙары тыумаҫ тиһеңме? Хәйер, улар бөгөн дә арабыҙҙа. Тик глобаль мәсьәләләрҙе хәл иткән, төрлө саммиттарға, олимпиадаларға триллиондарса һум аҡсаны күмгән арала беҙ арабыҙҙа йөрөгән Һәҙиәләрҙе, Мостайҙарҙы, Исмәғилевтәрҙе күрмәй ҡалабыҙ. Беҙ, япондар һымаҡ, һәр ғаиләне коммуникация ҡорамалдары менән тәьмин итмәҫ, американдар кеүек, ҙур ҡалаларҙа ла айырым йорттарҙа йәшәмәҫ инекме ни? Әлегә иһә халыҡтың отҡорлоғо, зирәклеге, уның генетик интеллекты тотҡонлоҡта ҡала килә. Әле булһа илебеҙҙә кеше үҙенең һәләттәрен чиновниктар алдында иҫбат итә алмай донъя ҡуя.
Иҡтисадтағы тәрән көрсөклөк, ҡиммәтселек, берәүҙәрҙең хаҡһыҙ байығыуы, ә икенселәрҙең хәйерселектә көн итеүе, енәйәтселектең илде дер ҡалтыратыуы — былар барыһы ла халыҡтың кәйефенә, гражданлыҡ әүҙемлегенә йоғонто яһамай ҡалманы. Милләт-ара ыҙғыштарҙың тамырында ла, тарихи, милли-мәҙәни сәбәптәрҙән башҡа, иҡтисади күренештәр ята. Йәки ҡала урамдарын әленән-әле шаулатып алған ризаһыҙлыҡ митингтары? Илдең хәлен аңлап, һыныҡ икмәккә хуш булып өйрәнгән кешеләр, сабырлығын юйып, майҙандарға сыҡҡанда, йәмғиәтебеҙҙең сире тегендә йә бында самаһыҙ шашҡан етәкселәрҙә йә олигархтарҙа ғына түгел, ә тәрәндәрәк, социализм идеологияһын боҙоуҙа икәнлеген тиҙерәк аңлайыҡ. Лениндың: “Инҡилаби һуғыш тураһындағы инҡилаби һүҙҙәр үк инҡилапты һәләк итеүе ихтимал”, — тип иҫкәртеүе дөрөҫкә сығып ҡуймаһын. Сөнки ете тиҫтә йылдан күберәк эреле-ваҡлы сәйәсмәндәр “социалистик төҙөлөш”, “социализмдың тамам еңеүе”, “яҡты коммунистик киләсәк” тип, халыҡты ҡаңғыртты. Шул “тамам еңеүҙе” беҙ оҙон-оҙаҡ сираттарҙа, халыҡтың һәммә нәмәгә төкөрөп ҡарауында, иҡтисадтағы буталсыҡлыҡта, социаль ғафилыҡта күрәбеҙ. Бында мин эшлекле, талантлы, батыр халыҡты ғәйепләй алмайым. Черненколарҙы, Ельциндарҙы халыҡ бит үҙ муйынына үҙе теләп ултыртмаған. Улар — хаяһыҙ сәйәси системаның емештәре. Һәм ошонда мин Алман иле канцлеры Бисмарктың бер һүҙен хәтерегеҙгә төшөрөр инем. “Инҡилапты даһиҙар әҙерләй, уны фанатиктар ғәмәлгә ашыра, ә емештәре менән, йыш ҡына, йүнһеҙҙәр файҙалана”. Онотолоп барған инҡилап тарихын бер байҡау ҙа цинизм тулы ошо һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ булыуын раҫланы түгелме?
Яҙмамдың ахырына нөктә ҡуйырҙан әүәл, ҡулымды йөрәгемә баҫып, гәзит уҡыусыларҡа шуны ғына өҫтәп әйтер инем: килтерелгән тезистарҙың бәхәсле булыуы бик ихтимал. Һис һүҙһеҙ хәҡиҡәткә дәғүә итеү мөмкин түгел. Әммә шуныһы хаҡ: һеҙгә тәҡдим ителгән фекерҙәрҙе халыҡ яҙмышы тураһында туҡтауһыҙ уйланыуҙар ҡағыҙға төшөрөргә мәжбүр итте.
Марсель
ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Вернуться назад