Беренсе мөғәллим07.11.2012
Арҡауыл урта мәктәбенең тарихын өйрәнгәндә, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлыҡтым, байтаҡ “аҡ таптар”ҙы асыҡланым. Райондағы иң боронғо мәктәптәрҙең береһенә бик күп шәхестәрҙең яҙмышы бәйле. Бөгөн Арҡауыл (Монай) земство мәктәбенә 1876 йылда нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе уҡытыусыһы Гәрәй Ҡарамышев тураһында бәйән итмәксемен.

Гәрәй Ҡарамышев алдынғы ҡарашлы, фекерле кеше була. Тарихи мәғлүмәттәрҙән уны 1918 – 1920 йылдарҙа Зәки Вәлиди төҙөгән Башҡорт Советы Хөкүмәтенең ағзаһы тип белә инек, ләкин миндә был дәлил шик тыуҙырҙы. 1876 йылда Арҡауыл земство мәктәбен асҡанда Гәрәйгә 20 йәш булған хәлдә лә, 1920 йылда уға 64 йәш тулыр ине. Оло йәштәге кеше башҡорт милли хәрәкәтенең иң ауыр, ҡатмарлы осоронда эшләй алыр инеме икән?
Шигемде таратырға Зәки Вәлиди Туғандың “Хәтирәләр” китабы ярҙам итте. Унда байтаҡ фото бар. Улар араһында Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары төшөрөлгәндәре лә етерлек. Береһендә Гәрәй Ҡарамышев тип билдәләнгән кеше баҫып тора, икенсеһендә — ултыра. Фотоларҙан Гәрәйҙең физик етешһеҙлеге — көмөрө кәүҙәле булыуы күренеп торор ине. Был тағы ла шигемде арттырҙы, сөнки фотонан йәп-йәш — 30–32 йәштәр самаһында ғына, сәсенә сал да кермәгән ир ҡарай...
Бәхеткә күрә, ҡулыма Роберт Байымовтың “Сыбар шоңҡар” исемле китабы килеп эләкте. Романды уҡып сығып, байтаҡ һорауыма яуап таптым, шигемде тараттым. Автор Гәрәй Ҡарамышев һәм уның нәҫел-нәсәбе, туғандары тураһында бай мәғлүмәт бирә. Аңлайышлы булһын өсөн ҡайһы бер өҙөктәрҙе тәҡдим итәм:
...Маҡарҙағы таш йортта Ҡарамыш-тарамыш малайҙары ла, хатта бөкөрө Гәрәйҙәренә тиклем, һәр ҡайһыһы әфисәр ҙә, хөкүмәт ағзаһы булып бөткән, ти Аҫылбай. (212-се бит).
...Үҙ өйөндә мәҙрәсә асып, ауыл ҡыҙҙарын йәҙитсә уҡытырға тырышып ятҡан сыуаҡтай яҡты Ғәзизә абыстайҙы ла, моғайын, тик “Ҡарамышева” булғаны өсөн генә тыуған тупһаһында үлтереп киткәндәрҙер. Ә Әмирҙең бер туған ҡустыһы Мөхтәр Ҡарамышевҡа уның Герман һуғышынан “большевиклашып” ҡайтып, Маҡарҙа тәүге ауыл советын ойоштороп йөрөүе лә ярҙам итмәгән (260-сы бит).
Сафтарҙа атлаған күптәр таныш Зәки Вәлидигә. Ана, уның һәм Әмир Ҡарамышевтың ырыуҙаштары ла хөкүмәт байрағы тәңгәленән үтеп бара. Улар араһында Әмирҙең туғандары — башҡорт ғәскәрҙәре офицерҙары — Мөхтәр менән ике туған ҡустыһы Ғәни атлай. Икеһе лә Герман һуғышын үткән. Ҡыҙылдар менән алышта ла үҙҙәрен күрһәтеп өлгөргән ҡыйыу егеттәр. Губернатор Перовский менән Аҡ мәсет походына барған Йосоп майорҙың бүләләре (283-сө бит).
Роберт Байымов “Сыбар шоңҡар” романында Башҡорт атлы бригадаһын ойоштороусы Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев тураһында бик йылы итеп яҙа һәм, ул Блюхер-Каширин ғәскәре менән бәрелешеүҙә һәләк булғас, Зәки Вәлидиҙең һыҡтауы хаҡында бәйән итә.
...Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев Әрметтә тыныс ҡына мөғәллимлек итә ине. Ҡарамышевтарҙан уҡытыусылар, кантон башлыҡтары, Рәсәйҙе яҡлап һуғышыусы офицерҙар сыҡты. Йосоп Ҡарамышевты Циолковский ҙа үҙенә тиң итеп өйөнә килеп, ат сабыштары, милли уйындар ҡороп, рәхәтләнеп ҡунаҡ булып ятҡан. Әмир Ҡарамышев та шулай үҙенә ылыҡтырып торған мөһабәт шәхес, йыр-моңға әүәҫ, оҫта ҡурайсы ла ине (292-се бит).
Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев вафат булғас та Мөхтәр, Гәрәй, Ғәни Ҡарамышевтар көрәште дауам итә. Араларынан Гәрәй Гәрәевич (дөрөҫөрәге — Батыргәрәевич) Ҡарамышев Башревком рәйесе урынбаҫары дәрәжәһенә саҡлы күтәрелә. Уның хаҡында Фәтҡелҡадир Сөләймәнов (артабан — Сөләймән Таған) былай ти: “Гәрәй Ҡарамыш үҙе көмөрө булһа ла, аҡылы төҙөк”. Иптәштәре Гәрәй Гәрәевич Ҡарамышев тип кенә йөрөтә үҙен, ләкин Гәрәй Ҡарамышев беҙҙәге Арҡауыл (Монай) земство мәктәбен асмаған, ә уның атаһы Батыргәрәй Ҡарамышев асҡан булып сыҡты. Тик исемен ул ҡыҫҡартып Гәрәй тип кенә йөрөткән, һәм беҙҙең яҡ кешеләренә үҙен Батыргәрәй тип түгел, ә Гәрәй Ҡарамышев тип танытҡан булып сыға. Шулай итеп, данлы Ҡарамышевтар эшмәкәрлегенең тағы бер мөһим яғы — мәктәптәр ойоштороп, мөғәллимлек итеп, халҡына иҫ китмәле файҙалы хеҙмәте билдәле булды.
Был — бер. Икенсенән, Арҡауыл мәктәбенә нигеҙ һалған үҙебеҙҙең башҡорт зыялыһы — Маҡар башҡорто Батыргәрәй Ҡарамышев булғанлығын белдек. Ул беҙҙә 1876 – 1880 йылдарҙа уҡытҡан һәм мәктәп етәксеһе булған. Батыргәрәй Ҡарамышев шул йылдарҙа Дыуан-Мәсетле һәм Үрге Ҡыйғы земство мәктәптәрен дә асҡан. Шуға күрә был тарихи шәхесте халҡыбыҙҙың бөйөк мәғрифәтселәре рәтенә, тарих һәм әҙәбиәт дәреслектәренә индереү зарур.
Искәндәр МИҺРАНОВ.
Салауат районы.


Вернуться назад