Таштар уға серен аса07.11.2012
Таштар уға серен асаӘсәһенең Әбйәлилдәге тыуған ауылы Буранғолға өләсәһе менән юл тотоуҙары Динисламдың һаман да иҫендә. Эҫе. Алыҫ. Барып етеп буламы-юҡмы? Асҡарҙа, Алмастау итәгендә, бер әбейгә тап була улар.

— Ҡайҙарға юл тоттоғоҙ? — тип юлсыларға текәлә ул. Доғаларын уҡып, алдындағы таштарын бутай-бутай, өс тапҡыр ноҡот һалғас, — хәйерле юлға сыҡҡанһығыҙ, ат менән тиҙ үк барып та етерһегеҙ, — тип, әбей яулығы аҫтынан сал сәстәрен һыйпай.
Өләсәйем төйөнсөгөнә йомолғас, уның уй-ниәтен алдан белеп:
— Кәрәкмәй-кәрәкмәй, — тигән була ул.
Әбейҙең фатихаһы менән ысынлап та Боранғолға тиҙ үк барып етә улар.
— Ҡайҙан белде икән ул әбей беҙҙең тиҙ килеп етәсәгебеҙҙе? — тип аптырағайны Динислам Ғәлин.
— Был турала таштар һөйләгәндер уға, — тип аңлатҡайны өләсәһе. — Доғаһын белергә, ташҡа ышанырға кәрәк. Шул саҡта ғына таштар алдашмай.
...Әле инде ир уртаһы йәштәге Динисламды Ҡырҡтытауҙа нурлы, сихырлы таштар үҙенә саҡыра. Тирә-яҡтың матурлығына һоҡланып бара торғас, аҫта “урман хужалары”ның сыйылдап-үкерешеп тауыш биргәндәре ишетелә. Тимәк, ул яҡҡа барырға ярамай — айыуҙар балаларын йәшерә.
“Таштар ене ҡағылған” Динислам үрмәксе ауҙарына, ҡырмыҫҡа иләүҙәренә ҡарап, йүнәлешен үҙгәртә. Унан да, бынан да йүгергән шишмәләр бер туҡтауһыҙ, арымай-талмай, тауҙы һыулы тарағы менән тарай кеүек... Таңғы шишмә һыуына бит-ҡулын сайҡатып, ул тағы ла бейеккәрәк күтәрелә.
Ҡаяларҙы таң нурҙары ҡайый башлай. Ҡая башындағы бөркөт менән бергә ҡояштың тәүге нурҙарына ҡойона. Йәнәшәлә генә ҡойроҡтарын ҡыҫтырып, бүреләр ҙә үтеп китә. Улар айыуға оҡшамаған: ҡурҡмайҙар, йәшенеп тормайҙар... Төлкөләр һалған һуҡмаҡты ла аша атлап үтә. Уҫаҡлыҡ араһынан, уға аптырап, ауылдағы дөлдөлдән дә дәүерәк мышы ҡарап тороп ҡала.
Меңәрләгән йыл элек атай-олатайҙарыбыҙ таштар теле менән аралашҡан, уларҙы тормошта оҫта ҡулланған, тип уйлай тауҙар иленең айырылмаҫ дуҫы. Ҡырҡтытау буйҙарында иҫәпһеҙ-һанһыҙ әүлиәләр ерләнгән. Һәм уларҙың кем икәнлектәрен, ҡасан ерләнгәнлеген ҡәбер таштарына ҡарап, “таш ене ҡағылған” Динислам ғына уҡый алалыр. Боронғоларҙың таш тумбалары, блоктары, тыҡрыҡтары йыш осрай. Мәҫәлән, ритуал ҡордтар, йәғни таштарҙың магнит биояланы, ҡуҙғып, һауа торошон үҙгәртә, ямғырҙар саҡырырға һәләтле, тип иҫәпләй Ғәлин. Таштарҙың көслө магнит энергия бүлеп сығарыуы апрель-май айҙарына тап килгән саҡта борон халыҡ “ҡарға бутҡаһы” байрамын үткәргән. Таштар тереклек биомассаһы менән ерҙең биояланын тигеҙләп тота. Миллион йыл самаһы элек ошондай уҡ цивилизация булған. Таштар энергияһы кәмеп, цивилизация юҡҡа сығып, боронғоса ҡалыуы ла ихтимал, тип иҫәпләй белгес. Тик хәҙерге яҙмалар ҡасан да булһа бер юҡҡа сығасаҡ, ә боронғолар мәғлүмәтте юғалтмаҫлыҡ итеп таштарға яҙып ҡалдырған. Уныңса, боронғолар тәбиғәт атамаларын таш менән мәңгеләштергән, тип тауҙарҙың тәүатамаларын шуларға ҡарап уҡый ул. Ата-бабаларыбыҙҙың юлдарҙы таштарҙың тартыу көсө кәм булған ерҙәрҙән һалыуын, шуға уларҙан йөрөгәндә арытмауы тураһында ла иҫбатлай. Ҡырҡтытауҙағы ифрат ҙур оҙонса формалы таштарҙы ҡасандыр бында йәшәгән динозавр йомортҡалары тип тә иҫәпләй. Әбйәлил районының Теләш ауылында ике мең экспонатты махсус һауыттарға һалып, һәр береһе тураһында мәғлүмәт яҙып, археологик музей асып, ҡаҙылмалар буйынса белгестәрҙән хуплау тапты таштарҙың яҡын дуҫы. Әйткәндәй, геройыбыҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Эҙәрмән” тапшырыуы коллективын саҡырып, Тәнәсҡыр тауында ерләнгән әүлиәнең әле лә дауалау көсөнә эйә булыуын махсус прибор ярҙамында раҫланы.
Бер йылды Динисламдың Фәтиха һеңлеһе ауырып китә. Әсәһе, аптырағас, уны бер нисә ауыл аша даны сыҡҡан муллаға ла алып барҙы. Тик өшкөрөү, бетеүҙәрҙең ярҙамы теймәне. Медицина ла көсһөҙ булғас, Динислам һеңлеһен үҙе менән тауҙар иленә сәйәхәткә алып сыға башлай. “Ҡоштар-кейектәр тынған ташлы тауҙар Фәтиха һеңлемде аяҡҡа баҫтырҙы”, — тип иҫәпләй хәҙер Ғәлин.
Халыҡҡа дауаланырға тип музейына ҙур үлсәмле таштарҙы ла алып килеп ҡуйған ул. Уныңса, ҡыҙыл төҫлөләре физик эшкә һәләтте арттыра, һары һәм ҡыҙғылттары кәйефте күтәрә, йылыта, аппетитты аса, зәңгәрҙәре, киреһенсә, тынысһыҙландыра; ҡуйы зәңгәрҙәре баш ауыртыуын баҫа, тәнгә иркенлек бирә, йәшел төҫлөләре нервыны тынысландыра, фекерҙе тупларға булышлыҡ итә. Алмас һәм йәшел буйлы ташты үҙең менән йөрөтөү, ғөмүмән, бөтә ауырыуҙарҙы дауалай; йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә ташты өс ай дауамында күкрәккә йә иһә маңлайға ҡуйып йоҡларға кәрәк, тигән фараздары раҫҡа сыға.
Тауҙар, тауҙар... Яланға төшкәс, күтәрелеп ҡараһа, айыуҙар уларҙы тау башынан ҡарап оҙатып ҡала икән. Бына шундай ғәжәп кеше ул һөнәре буйынса биҙәүсе-декоратор Динислам Ғәлин. Беҙҙең өсөн бөтөнләй ят булған таштар уға үҙ серҙәрен аса.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад