Һаҡһыҙлыҡ ҡорбандары06.11.2012
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетындағы Тәфтиш идаралығының рәсми сайты Салауат ҡалаһындағы сәнәғәт предприятиеларының береһендә нефть продукттары һаҡланған һауытта дүрт кешенең мәйете табылыуы хаҡында хәбәр итте.

“Салауатнефтехимремстрой” йәмғиәте исеменән килгән белдереүҙә, бәләнең төп сәбәбе — хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен етди боҙоуҙа, тип билдәләнә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ла, эшселәр хеҙмәтте һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында һәләк булғандыр, тип фаразлай.
Ә. БОРХАНОВА.


Вернуться назад