2011–2015 йылдарға иҫәпләнгән “Торлаҡ” айырым маҡсатлы федераль программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” ярҙамсы программаһына ярашлы, Күмертауҙан 16 йәш ғаиләгә йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль субсидия бирелде.
Социаль түләүҙең дөйөм күләме 8 004 967 һум тәшкил итһә, шуның 5 611 533 һумы — республика бюджетынан, 2 393 434 һумы федераль ҡаҙнанан бүленгән. Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси төҙөлөшкә һигеҙ йәш ғаилә социаль субсидия алған. Түләүҙең дөйөм күләме 3 651 480 һум, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан — 2 393 334 һум, федераль бюджеттан 1 258 146 һум тәшкил иткән.
М. ЙӘНСУРИНА.