Инвалидтарға урын етерлек06.11.2012
Йыл башынан алып Башҡортостандағы ойошма һәм предприятиеларға квота буйынса 540-тан ашыу инвалид эшкә алынған. Шулай уҡ улар өсөн 5175 эш урыны һаҡлап ҡалынған, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт мәшғүллек хеҙмәте идаралығында.

Әйткәндәй, быйыл 100 кешенән ашыу хеҙмәткәре булған ойошмаларҙа инвалидтарҙы эшкә алыу өсөн 9335 урын бүленгән. Республика программаһына ярашлы быйыл тағы ла 417 урын булдырыу күҙаллана, шуның 247-һе — инвалид, 140-ы — күп балалы ата-әсә, 30-ы инвалид бала тәрбиәләгәндәр өсөн. Идаралыҡта билдәләүҙәренсә, бының өсөн эш биреүсегә — 50 мең һумға, ата-әсәгә 30 мең һумға тиклем субсидия бүленә. Әле программала 242 кеше ҡатнаша, шуның 156-һы — инвалид, етәүһе — инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсә, 79-ы — күп балалылар.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад