Киләһе йылдың 1 ғинуарынан республикалағы 135 меңдән ашыу эшләмәгән пенсионерға федераль ҡаҙнанан социаль өҫтәмәләр түләнәсәк. 14,5 мең кешегә бындай хоҡуҡ тәүгә бирелә, тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров.
Пенсия фондының республика бүлексәһендәге матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, өҫтәмәнең бындай төрө эшләмәгән пенсионерҙарға 2010 йылдың 1 ғинуарынан тәғәйенләнде. Уның күләме матди тәьминәткә, шулай уҡ төбәктәге түләүҙәргә бәйле. Социаль түләүҙе алыу өсөн Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әле ошондай түләүҙе алған кешеләрҙән ҡабатлап ғариза биреү талап ителмәй.
Башҡортостанда киләһе йылдан пенсионерҙың йәшәү минимумы 5690 һум тәшкил итәсәк. Ошо дәүмәлдән түбәнерәк пенсия алғандар федераль өҫтәмәгә хоҡуҡлы.
Ғ. ХӘБИРОВ.