Хәл итергә ваҡыт06.11.2012
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға ер бүлеү әлегәсә иң киҫкен һәм күптәр өсөн хәл ителмәҫтәй мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева республика ведомствоһы ҡарамағындағы Ижтимағи-консультатив советтың сираттағы ултырышында ошо хаҡта һөйләне. Көн тәртибенә бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә ер биреү менән бәйле мәсьәләләр инде.
Совет ултырышында Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил Рафаил Ғибаҙуллин, “Рәсәй терәге” ойошмаһы советы рәйесе Денис Мусин, Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы рәйесе кәңәшсеһе Сергей Фролов, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт органдары вәкилдәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ангелина Шакирйәнова билдәләүенсә, иң йыш осраған етешһеҙлектәр — участкаларҙы файҙаланыу маҡсатын үҙгәртеү, бер хужалыҡ субъектына башҡалар алдында өҫтөнлөк биреү, ерҙе сауҙалашыуһыҙ бүлеү. “Рәсәй терәге” ойошмаһы советы рәйесе Денис Мусин эшҡыуарлыҡ берләшмәһен административ регламенттарға төҙәтмә индерергә саҡырҙы.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы хәлде яҡшыртыу, атап әйткәндә, ер бүлеүгә ҡағылышлы муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү регламентына мониторинг үткәреү буйынса тәҡдим индерҙе. Бынан тыш, эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә мәғлүмәт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән файҙаланылмаған ер участкалары реестрын төҙөү ҙә ҡулай буласаҡ.
“Рәсәй терәге” ойошмаһы вәкиле Сергей Фроловтың фекеренсә, ерҙең кадастр хаҡы саманан тыш ҡиммәт булыуы бөгөнгө эшҡыуарҙар өсөн төп мәсьәлә булып ҡала.
Кәңәшмә аҙағында Зөлфирә Аҡбашева ентекле өйрәнеү өсөн тейешле документтарҙы тәҡдим итеүҙәрен һораны.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад