Шүлгәнташҡа — Интернет аша06.11.2012
Интернет селтәрендә үҙенсәлекле проект донъя күрҙе — Шүлгәнташҡа хәҙер виртуаль сәйәхәт ҡылырға мөмкин.

Әле мәмерйәгә боронғо кешеләрҙең һүрәттәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында туристар индерелмәй. 300 метрлыҡ экскурсия маршрутында һүрәттәрҙең күсермәһен генә күрһәтәләр.
— Фотографтар 40 метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡҡа төштө һәм яҡтыртҡыстар ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә һүрәттәрҙең үҙен күрергә, шулай уҡ Шүлгән ер аҫты күленә һәм йылғаһына тиклем бөтә мәмерйә буйлап виртуаль сәйәхәт ҡылырға мөмкин, — тине “Башҡортостан” милли паркының бүлек мөдире Ольга Уткина. — Әлегә тиклем бер генә ҡурсаулыҡта ла бындай эштең башҡарылғаны юҡ ине.
Шүлгәнташ буйлап ҡурсаулыҡтың сайтында виртуаль сәфәр ҡылырға мөмкин. YouTube.com сайтында ла видеонан ҙур булмаған өҙөктө күрергә була.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад