Ауылға йыртҡыс йәнлектәр яҡыная03.11.2012
Һуңғы ваҡытта урман йәнлектәренең кеше йәшәгән урынға яҡынлауы йышайҙы. Бынан бер ай элек Сибай урамында айыу балаһы йөрөгәнен күреп, ҡала халҡы аптырап ҡалһа, күптән түгел баймаҡтарҙы ла бер хәл һиҫкәндерҙе. Урман төпкөлөндә урынлашҡан Байым ауылында 15 октябргә ҡараған төндә бер йорт хужаһының һарайында 22 һарығы тәләфләнә.

Хужа иртәнсәк малын сығарам тип һарайын асһа — иҫе китә: күптәре йән биргән, ҡайһыларының арҡаһы умырып алынған йә муйыны һығылған. Ошо уҡ хәл көн һайын тиерлек бер нисә хужалыҡта ҡабатлана. Ауыл халҡы борсола башлай. Кемдер һарыҡтарҙы билдәһеҙ хайуан тәләфләй тип уйлаһа, икенселәре бүре икәнлегенә төшөнә. Бәлки, һарыҡ-кәзә ҡоторған эттәр тарафынан зыян күргәндер, тип уйлаусылар ҙа табыла.
Байым ауылы старостаһы Нәғимә Йылҡыбаева әйтеүенсә, бүреләр көсөктәрен өйрәткән осорҙа ауыл халҡы ҙур зыян күрә. Ваҡ мал ҡырҙа йөрөгән ваҡытта ҡамауға эләгеү осраҡтары булғылай. Фажиғә булған төндә бүре балаларының сыйылдаған тауыштарын ишеткәндәр ҙә бар, хатта бер кеше йыртҡыстарҙың урманға инеп барыуын күргән. Ололар һөйләүенсә, бүреләр балаларын өс аҙнанан һуң тағы һунарға алып сыға икән. Тимәк, Байым халҡына йәнә ҡаза килеүе ихтимал. Шуға күрә улар әле үк һаҡланыу саралары күрә. Хатта район һунарсыларының ярҙамы кәрәк булыуы ла ихтимал.
Ауыл тирәһенә төлкөләрҙең дә йышлауын күргән кешеләр ошо көндәрҙә ҡаҙ өмәләрен башлап ебәргән. “Йыртҡыстар тәләфләмәҫ борон, үҙебеҙ һуйып өлгөрәйек”, — ти ҡош-ҡорт тотоусылар. Көндәр йылы торғас, һыйыр малы әле булһа ҡырҙа йөрөй. Мал хужаларының күңеле тыныс түгел, бүре ауыҙына эләгә күрмәһендәр тип борсолалар. Әйткәндәй, ҡоролоҡ эҙемтәләре һаман үҙен һиҙҙертә: урманда еләк-емештең, бесәндең булмауы йәнлектәрҙе кеше йәшәгән урындарға яҡынайырға мәжбүр итә. Бөрйән, Йылайыр райондарында булған йәйге янғындар сәбәпле, тынысыраҡ урынға килеүҙәре лә мөмкин, ти Байым халҡы. Башҡа йылдарға ҡарағанда, ауыл янындағы урманда быйыл йыртҡыстарҙың артыуы күҙәтелә.
К. ИШБУЛДИНА.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад