Кисә Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһынан ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө.
Рәсәй Яҙыусылар союзы “АЛРОСА” акционерҙар компанияһы менән берлектә үткәргән “Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы” конкурсына йомғаҡ яһалған. Еңеүселәр араһында “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, күренекле яҙыусы Әмир Әминев тә бар. Яҡташыбыҙ был юғары бүләккә “Ҡытай-город” исемле китабы өсөн лайыҡ булған.
Әмир Әминевте барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр, гәзит уҡыусылар исеменән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ, ижади ҡомарығыҙ киләсәктә лә һүрелмәһен!