Күңелле булмаҡсы03.11.2012
Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Башҡортостандың баш ҡалаһында байтаҡ йәмәғәт, мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә.

Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, был көндө Ҡала мәҙәниәт һарайында байрам концерты була, кинотеатрҙарҙа хәйриә киносеанстары, лекторийҙар ойошторола. Әүҙем ял итеүселәр өсөн М. Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында еңел атлетика йүгереүе, ә 3 – 4 ноябрҙә “Нефтсе” спорт комплексында ветерандар һәм уҡыусылар араһында А. Знаменский иҫтәлегенә баскетбол буйынса ХIII турнир уҙғарыла.
Ноябрҙең тәүге көндәрендә Өфөнөң үҫмерҙәр клубында, мәҙәниәт һарайҙарында, мәғариф учреждениеларында концерт, төрлө уйындар ойоштороласаҡ. Ҡала китапханаларында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған күргәҙмә, конкурс, әңгәмә, викториналар көтә. Сәнғәт мәктәптәрендә байрам концерты, класс сәғәттәре була. Ошондай саралар Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла уҙғарыласаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад