Ҡыҙыл булмаған “ҡыҙыл” байрам03.11.2012
Урамда бөтөнләй таныш булмаған оло йәштәрҙәге ҡатын туҡтатты. Күрәһең, кем менән булһа ла яңылыҡ уртаҡлашҡыһы килә. Тыңлаусыға мохтажлығы йөҙөнә яҙылған.

— Ишеттегеҙме, – тине ул, ҡабаланып. – Америкала дауылдан метролары һыу аҫтында ҡалған. Әллә күпме авария, кешеләр үлгән, ти. Шул кәрәк уларға! Әллә кем булып, рәхәтләнеп донъяның артына тибеп йәшәйҙәр ине. Бына беҙҙең миллиардерҙарҙы ла шунда ебәрергә ине. Әйҙә, бергәләшеп батып үлһендәр…
Күңелһеҙ булып китте. Ошондайыраҡ хәбәрҙе үткән йыл Японияла Фукусима утрауында булған ҡаза ваҡытында ла ишетергә тура килгәйне. Бәлки, ғүмер буйы мандый алмаған халыҡ ошо рәүешле булһа ла асыуын сығарырға ынтылалыр? Ләкин был барыбер үҙ-үҙен аҡламай. Шул уҡ япондарҙың ҡырмыҫҡа кеүек “трудоголик” булғанлығы бар донъяға мәғлүм. Улай булмаһа, уңдырышһыҙ тупраҡлы һәм төрлө урынға һибелгән утрауҙарын гөл-баҡсаға әйләндерә алмаҫтар ине. Американдарға килгәндә, улар үҙенән байыраҡ күршеһе бөлгөнлөккә төшһә, үсем ҡаныр ине тип көтмәй, ә, киреһенсә, балаһына: «Ана, һин дә шулай тырыш, әҙәмсә йәшәрһең», – тип аҡыл бирә.
Бер аҙ ғәжәпләнеберәк, әңгәмәсемдең тормош хәле менән ҡыҙыҡһына ҡуйҙым. Юҡ, ғәп-ғәҙәти ғаилә. Ас-яланғас ултырмайҙар, бер кем дә йорттарында бысаҡ тотоп бер-береһен баҫтырмай. Рәсми тел менән әйткәндә, уртаса статистик ғаилә. Ә ҡайҙан килә һуң ошондай үс тойғоһо һәм асыу?
Бер яҡтан ҡарағанда, аңлашылған да кеүек. Бала саҡтан аңға һеңгән «бөтә буржуйҙарҙы һәм империалистарҙы» күрә алмау тойғоһонан ҡотолоуы, бәлки, бигүк еңел дә түгелдер. Ләкин был нәфрәттән генә ул капиталистар барыбер хәйерселеккә төшмәҫ, ә асыу тойғоһо кешенең үҙе өсөн барыбер эҙһеҙ үтмәй. Бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн.
Элегерәк Октябрь байрамы беҙҙең илдә иң мәртәбәлеләрҙән һаналды. Оло быуын вәкилдәренең ҡайһы берҙәре әле булһа уны байрам тип иҫәпләй. Ҡыҙыл булмаған «ҡыҙыл» датаны элекке кеүек үк ҙур тойғо менән билдәләүҙәрен дауам итәләр. Хеҙмәтсән халыҡты иҙгән капиталистар рәтенә «үҙебеҙҙең» буржуйҙарҙы ла өҫтәп, уларҙың тетмәләрен тетәләр. Дөрөҫ, һүҙҙә генә. Хәйер, артығы кәрәкмәй ҙә. Һәр революция – ул ҡан-ҡойош. Ә ҡан-ҡойоштоң йүнлегә килтергәне юҡ. Һәр хәлдә беҙҙең ил масштабында. Ошо шарттарҙа Рәсәйҙең йөҙәр миллионлаған халҡы өйрәнгән Октябрь байрамын бөтөнләй һыҙып ырғытмайынса, 7-һенән 4-енә күсереү хатта үҙенә күрә бик һығылмалы һәм етди сәйәси аҙым да булғандыр, моғайын. Заман үҙгәрә, һәм артабан да йәшәргә кәрәк. Идеологик дошмандарға йоҙроҡ төйөп ултырғансы, үҙ баҡсаңды сүп-сарҙан арындырыу күберәк файҙа килтерә бит.
Фәниҙә ИСХАҠОВА.


Вернуться назад