Ғаилә ҡаҙнаһы нисек тулылана?03.11.2012
Ғаилә ҡаҙнаһы нисек тулылана?Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары ошо һорауға яуап эҙләне

Бөгөн ауылдарҙа, “эш юҡ бит, эш булмағас, аҡса килтерер сығанаҡ та юҡ”, тип зарланыусыларҙы йыш осратаһың. Шул уҡ ваҡытта бер нимәгә һылтанмайынса, етеш-мул тормошта йәшәүселәр ҙә бихисап. Килемле урындары барҙыр ундайҙарҙың, тиер был юлды уҡыусылар. Эйе, бар. Уларҙың ғына түгел, ауыл ерендә йәшәүсе һәр кемдең бар килер урыны. Ул — шәхси хужалыҡ. Дәрт иткән һәр кем ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, йылына ҙур ғына табыш, килем ала.

“Йомарт ихата” конкурсы

Ә районыбыҙҙа бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә етерлек. Мал ҡыуайым тиһәң, иркен көтөүлектәр йәйрәп ята, ә бесәнлектәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Иренмә генә. Бер йәйҙә ике-өс ҡышлыҡ бесән әҙерләүселәр ҙә юҡ түгел.
Районда халыҡты тәғәйен эш урыны менән тәьмин итеп, хеҙмәт хаҡын даими түләп барырлыҡ предприятиелар ҡалманы тиерлек. Бөгөн-иртәгә генә хәл үҙгәрер тип әйтеп булмай. Бындай шарттарҙа халыҡҡа ана шул шәхси хужалығына таянырға ҡала. Бөгөн тап шәхси хужалыҡ — ғаилә бюджетын тулыландырыусы берҙән-бер сығанаҡ. Бына шуға ла район хакимиәте ауылдарҙа шәхси хужалыҡты үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, үҙҙәре етештергән продукцияны һатыуҙан күберәк табыш алыуға дәртләндереү, үҙ эштәрен асыуға йәлеп итеү маҡсатында май айында “Йомарт ихата” конкурсы иғлан иткәйне. Шуныһы һөйөнөслө: был конкурсты ололар ғына түгел, уҡыусы балалар ҙа күтәреп алды. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының юғары класс уҡыусылары араһында, мәҫәлән, “Минең ғаиләмдең бюджеты” тигән темаға конкурс ойошторолдо. Уҡыусылар ысын мәғәнәһендә эҙләнеү-тикшеренеү үткәрҙе. Хәйер, был тема уларҙың береһенә лә ят түгел: һәр береһе тиерлек мал-тыуар тотҡан ғаиләлә үҫә. Улай ғына ла түгел, ата-әсәләренең төп ярҙамсылары ла. Шуға ла уларға был эште атҡарып сығыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмағандыр.
Конкурсҡа йомғаҡ яһағанда иң уңышлы тип табылған өс эш һайлап алына, һәм бына күптән түгел уларҙың авторҙары уҡытыусылары менән бергәләп район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров менән осрашты. Уҡыусылар район етәксеһенә үҙҙәренең иҫәп-хисабы хаҡында һөйләне, фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Бөтә өмөт — йәштәрҙә

— Бөгөн районда барлығы 34 мең самаһы кеше йәшәһә, шуларҙың 9,5 меңе — йәштәр. Киләсәгебеҙ күп йәһәттән уларға бәйле, шуға ла һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ, — тине Рәмил Зәкәриә улы, конкурста еңеүселәргә мөрәжәғәт итеп. — Сер түгел, бик күптәр “эш юҡ” тигән һылтау менән эскелеккә, төшөнкөлөккә бирелде. Шул уҡ ваҡытта ауыл ерендә эшһеҙ ултырыу мөмкин түгел. Үҙенең хеҙмәтенән табыш алырға теләгән һәр кем юлын таба.
Бына һеҙ — ауылда үҫкән балалар. Өҫтәлегеҙҙән ит, һөт-ҡаймаҡ, йомортҡа өҙөлмәй. Үҙегеҙҙән артҡан ризыҡты һатып аҡса эшләп булғанлығын да аңлайһығыҙ. Ауыл ерендә йәшәгән һәр ғаилә үҙ ихатаһында етештергән ит-һөттө, баҡсаһында үҫтергән йәшелсә, еләк-емеште һатып аҡса эшләһен өсөн беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Бөгөн һәр ауылда баҙар майҙансыҡтары бар. Республикала ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә ярҙам итеү маҡсатында төрлө программалар эшләй, субсидиялар, кредиттар менән ярҙам күрһәтелә, шәхси хужалыҡтар күп төрлө һалымдан азат ителгән...
Йүнселлеккә, булдыҡлылыҡҡа бала саҡтан уҡ нигеҙ һалына, — тип дауам итте Рәмил Зәкәриә улы. — Бына күп балалар йәй юл буйҙарында еләк һатты. Бик мәслихәт. Еләк кенә түгел, бәшмәк, миндек, дарыу үләндәре һатып та аҡса эшләргә була, һәм бының бер ояты ла юҡ. Һәр кем үҙ хеҙмәтенең файҙаһын күрергә тейеш.

Алып еткерелмәгән табыш

“Йомарт ихата” конкурсында ҡатнашыусы балалар ҙа һүҙгә ҡушылды.
— Мине гимназияға уҡырға ебәрерҙән алда, атай-әсәйем уҡыу өсөн түләү шарттары менән ныҡлап танышты, үҙ мөмкинлектәрен барланы, — тип һүҙ башланы Х класс уҡыусыһы Илүзә Вәлитова. Ул — Ҡауарҙы ауылы ҡыҙы. Ә был төбәктә колхоздар күптән юҡҡа сыҡты. Халыҡтың тәғәйен эш урыны юҡ.
— Атайым да, әсәйем дә эшһеҙ. Шәхси хужалыҡҡа, мал-тыуарға ғына таянып йәшәйбеҙ, — тип дауам итте Илүзә. — Беҙҙең хужалыҡта быҙауҙары менән биш баш һыйыр, биш башмаҡ, биш һарыҡ, 50 баш самаһы ҡош-ҡорт, 10 умарта бар, 30 сутыйҙы биләгән баҡсала картуф, башҡа төрлө йәшелсә үҫтерәбеҙ. Үҙебеҙҙән артҡан ит-һөттө, йомортҡаны, картуфты һатабыҙ. Мәҫәлән, көн һайын 30 литр самаһы һөттө 7 һум менән һөт йыйыусыға тапшырабыҙ. Май айынан сентябргә тиклем һөт һатҡанда 31500 һум самаһы табыш алабыҙ. Дүрт башмаҡтың итен килоһын 200 һумдан оҙатҡанда 120 мең һум дөйөм килем килеп сыға. Һарыҡтан 30 250 һум табыш алына. Йомортҡа, картуф, бал һатыуҙан да ғаилә бюджетына байтаҡ ҡына аҡса инә.
Илүзәнең ентекле иҫәпләүҙәренән күренеүенсә, Вәлитовтар ғаиләһе йылына 260 мең һум, йәғни айына уртаса 24 мең һум самаһы табыш ала.
— Ысынлап та, ентекле иҫәпләнгән. Һөҙөмтәләр ҙә насар түгел. Шулай ҙа һөттө урындағы йыйыусыға түгел, ә литрын 20 һум менән баҙарға сығарып һатһағыҙ, кеҫәгә күберәк инер ине бит, — тип Рәмил Зәкәриә улы калькулятор алып иҫәпләй ҙә башланы. — Бына ошонда ғына ла, йәғни баҙарға сыҡмау арҡаһында, 175 мең һум аҡса юғалтҡанһығыҙ. Быныһы бер булһа, икенсенән, ни өсөн өс һыйырҙан 30 литр ғына һөт һатаһығыҙ? Йәйге осорҙа кәмендә 45 литр булырға тейеш бит. Ит менән дә шул уҡ хәл. Малды осһоҙ хаҡҡа алыпһатарҙарға биреп ебәрергә ярамай, баҙарға сығырға, үҙең етештергән продукцияны баҙар хаҡы менән һатырға тырышырға кәрәк.
Рәмил Зәкәриә улының иҫәпләүенсә, Вәлитовтар ғаиләһе етештергән продукцияны осһоҙ хаҡҡа алыпһатарҙарға һатыуҙары арҡаһында ғына 200 мең һум самаһы табыш алып еткермәгән. “Бына был миҫалда һеҙ “алып еткерелмәгән табыш” тигән иҡтисади термин менән таныштығыҙ һәм мәғәнәһенә төшөндөгөҙ. Быны һәр кем белергә тейеш. Хәҙер һеҙ уны атай-әсәйҙәрегеҙгә генә түгел, дуҫтарығыҙға ла аңлатырға тейешһегеҙ, — тине Рәмил Зәкәриә улы.
Ә бына IХ класс уҡыусыһы Данил Ғәлиуллин, Илүзәнән айырмалы рәүештә, үҙ иҫәптәрен баҙар хаҡтарынан сығып башҡарған. Шунлыҡтан уның ғаилә килеме ике тапҡырға тигәндәй күберәк килеп сыҡҡан.
— Мин Ибраһим ауылынан. Атайым умартасылыҡ менән шөғөлләнә, 150 баш умартабыҙ бар. Әсәйем — балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Ғаиләлә өс бала, — тип һөйләп алып китте Данил. — Әсәйемдең, айлыҡ 6 мең һум эш хаҡынан тыш, ай һайын 142 һум балалар пособиеһы алабыҙ. Быйыл атайым умартасылыҡтан ғына 300 мең һум табыш алды.
Ғәлиуллиндар ғаиләһе алты баш һыйыр малы (икеһе һауын һыйыры), ун баш һарыҡ аҫрай, ун тауығы бар. Йылына бер һыйырҙан яҡынса 37 800 һумлыҡ һөт һауалар. Бер башмаҡтың итен һатыуҙан ғаилә кассаһына 32 500 һум аҡса инә.
— Ә бына бер һыйыр һәм бер башмаҡты үҫтереп еткереү, аҫрау өсөн 15 740 һум аҡса тотонола (12 500 һумы — бесән әҙерләүгә, 3 240 һумы — ҡатнаш аҙыҡҡа). Тимәк, сығымдарҙы алып ташлағас, бер һыйыр 54 560 һум саф табыш килтерә. Ике һыйыр булғас, инде был күрһәткес 109 120 һум тәшкил итә. Мал аҙығына киткән сығымды алып ташлаһаң, һарыҡтарҙан 25 200 һум, йомортҡа һатыуҙан 8 604 һум табыш инә, — тип һанап китте Данил.
Уның иҫәпләүҙәре буйынса, Ғәлиуллиндар ғаиләһендә һәр кемдең айлыҡ килеме 9 007 һум тәшкил итә.
— Төплө иҫәпләнелгән. Тик бөтәһен дә баҙар хаҡы менән һата алмағанһығыҙҙыр, моғайын. Осһоҙораҡҡа ла ебәргәнһегеҙҙер, — тине Данилды иғтибар менән тыңлаған Р. Бохаров. — Шунлыҡтан алып еткерелмәгән табыш та барҙыр әле. Иң мөһиме — һеҙ хәҙер баҙар хаҡтарын беләһегеҙ һәм продукцияны осһоҙға алыпһатарға биреп, уның кеҫәһен ҡалынайтмаясаҡһығыҙ.

Мин әле үк аҡса эшләйем

XI класс уҡыусыһы Регина Ғәлинаны өлгөрөп еткән эшҡыуар тип әйтергә мөмкин.
— Һәр ғаилә үҙенә төшөмлө шөғөлдө табырға һәм шул йүнәлештә эшләргә тейеш, — тине ул. Уларҙың ғаиләһе ҡаҙ һәм йорт ҡуяндары үрсетә икән. Бөгөн, мәҫәлән, Ғәлиндәр 90 ҡаҙ һәм 60 йорт ҡуяны тота.
— Ҡаҙҙарҙың 80-ен һуйып һатасаҡбыҙ. Ә бер ҡаҙ 1000 һум тора. Уны үҫтереп еткереү, һимертеү өсөн 600 һумлыҡ аҙыҡ кәрәк. Йәғни 80 ҡаҙҙы һатыуҙан 80 мең һум аҡса инһә, сығым — 48 мең һум. Һөҙөмтәлә, ҡаҙҙан ғына беҙҙең ғаилә 32 мең һум саф табыш аласаҡ, — тине Регина. — Йорт ҡуяндарының ауырлығы 7 килограмға етә һәм береһен аҫрау өсөн 500 һумлыҡ аҙыҡ талап ителә. Беҙ 50 ҡуянды (килоһын 200 һумдан) һатып, 70 мең һум табыш алабыҙ, сығымдарҙы алып ташлаһаҡ, 45 мең һум саф табыш ҡала. Шулай итеп, ҡаҙ һәм ҡуян аҫрап ҡына ла 77 мең һум килем алабыҙ. Ғаиләләге биш кешене иҫәпкә алһаҡ, һәр кемгә 15 400 һум тура килә. Бында атай-әсәйемдең йыллыҡ эш хаҡы инмәй.
Бынан тыш, Регина мәрйендән төрлө биҙәүестәр ҙә эшләй икән. Бер-ике пар алҡа эшләп һатыуҙан күпме табыш алыуын да һанап сыҡты ул. Өҫтәүенә, әхирәттәрен, таныштарын был һөнәргә өйрәтеп, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә икән.
— Бушҡа түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. — Ҙур аҡса түгел, әлбиттә, шулай ҙа хәләл көсөм менән эшләп алынған эш хаҡым.
Әңгәмә барышында Регина фермер хужалығы булдырыу хаҡында хыялланыуын да йәшермәне.
— Бөтә ғаиләбеҙ менән тотонһаҡ, уңышлы ғына килеп сығасаҡ. Ҡуян, ҡаҙ үрсетеү ҙә яйға һалынған, нескәлектәрен беләбеҙ. Беренсе йыл ғына шөғөлләнмәйбеҙ бит, — тине ул. — Хужалыҡты киңәйткәндә, тағы ла бер нисә кешене эш урыны менән дә тәьмин итәсәкбеҙ. Табыш та күберәк буласаҡ...
Булдыҡлы, отҡор ҡыҙ был шөғөлгә бөтә туғандарын, күрше-күләндәрен ылыҡтырыуҙары хаҡында ла әйтеп үтте.
— Бик хуп. Ундай теләгегеҙ булһа, ҡуш ҡуллап ярҙам итәсәкбеҙ, — тип уны дәртләндерҙе Рәмил Зәкәриә улы.

Эшләгән — тешләгән

— Эш яратҡан кеше юҡҡа сыҡмай. Үҙ ғаиләгеҙ миҫалында шәхси хужалыҡтан ғына күпме аҡса алырға мөмкинлеген һанап сыҡтығыҙ. Маладистан башҡа һүҙ юҡ һеҙгә. Бына ошо иҫәп-хисаптарығыҙҙы атай-әсәйҙәрегеҙгә лә аңлатығыҙ, улар менән бергәләп тағы ла күберәк табыш алыу юлдарын эҙләгеҙ. Тик үҙегеҙҙең төп эшегеҙ — уҡыу, ял итеү хаҡында ла онотмағыҙ. Аҡса эшләү теләге һаранлыҡҡа алып килмәһен, — тине Рәмил Зәкәриә улы, уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп. — Тыуған ауылығыҙҙы, районығыҙҙы яратығыҙ. Уның байлығын, мөмкинлектәрен үҙебеҙ файҙаланайыҡ, ситтәргә бирмәйек.
Район хакимиәте башлығы өс еңеүсегә планшет компьютеры бүләк итте.
Район етәксеһе менән күҙмә-күҙ ҡарашып, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү был уҡыусыларҙы тағы ла ҙурыраҡ ижади эштәргә, эҙләнеүҙәргә дәртләндергәндер. Ә балаларҙың ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырыу буйынса эштәре ололарҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр, һәм һәр кем ошо хаҡта уйланыр, моғайын.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
Ғафури районы.


Вернуться назад