Оноторға минеһин ашыҡма...03.11.2012
Зөлфәт Хәким һүҙҙәре һәм көйө
Оноторға мине һин ашыҡма,
Үткәндәргә йөрәгем ашҡына.
Беҙҙе яҙға алып барған
Юлды әле мин табырмын,
Мин ҡайтырмын әле һиңә,
мин ҡайтырмын...
Оноторға мине һин ашыҡма,
Кемдәр сығыр һуң йүгереп ҡаршыма?
Яуыз елдәрҙе ҡыуырмын,
Бар кәртәләрҙе ватырмын,
Мин ҡайтырмын әле һиңә,
мин ҡайтырмын...
Оноторға мине һин ашыҡма,
Һағыштарым әйләнер ташҡынға.
Һинең менән минең бәхет
Таңы, белмәйем, атырмы?
Тик мин һиңә әйләнеп бер ҡайтырмын...