һеҙ ярятҡан йыр03.11.2012
һеҙ ярятҡан йырБашҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның башҡарған йырҙары тәрән мәғәнәгә эйә. Шуғалыр ҙа тамашасылар йырсының һәр сығышын дәррәү алҡыштарға күмә. Танылған сәхнә оҫтаһы әле ниндәй ижади эштәр менән мәшғүл икән? Ошоно белер өсөн йырсының үҙенә шылтыраттыҡ.
— Киләһе йылда өр-яңы концерт программаһы тәҡдим итмәксемен. Ә бының өсөн репертуарымды тулыландырырға кәрәк. Йыл һайын бер үк йырҙар менән сәхнәгә сығыуы уңайһыҙ.
Шул уҡ ваҡытта гастролдәргә даими йөрөйөм. Яңыраҡ ҡына Салауат ҡалаһында сығыш яһаныҡ, әле Баҡалыға юл төшөп тора. Ижади кисәләрҙә йырларға саҡырһалар ҙа баш тартмайым.
Театрға йөрөргә лә ваҡыт табам. Ни тиһәң дә, ул рухиәтеңде байыта. “Диңгеҙҙә ял итеп, һаулығыңды нығыт”, тиҙәр ине табиптар. Ниһайәт, быйыл йәй Ҡырымға барып, һаулығымды яҡшырттым. Ҡара диңгеҙҙең шифаһы дәрт өҫтәне. Шуға ла яңы көс менән ижадҡа тотондом.

Оноторға минеһин ашыҡма...


Зөлфәт Хәким һүҙҙәре һәм көйө

Оноторға мине һин ашыҡма,
Үткәндәргә йөрәгем ашҡына.
Беҙҙе яҙға алып барған
Юлды әле мин табырмын,
Мин ҡайтырмын әле һиңә,
мин ҡайтырмын...

Оноторға мине һин ашыҡма,
Кемдәр сығыр һуң йүгереп ҡаршыма?
Яуыз елдәрҙе ҡыуырмын,
Бар кәртәләрҙе ватырмын,
Мин ҡайтырмын әле һиңә,
мин ҡайтырмын...

Оноторға мине һин ашыҡма,
Һағыштарым әйләнер ташҡынға.
Һинең менән минең бәхет
Таңы, белмәйем, атырмы?
Тик мин һиңә әйләнеп бер ҡайтырмын...


Вернуться назад