Лариса АБДУЛЛИНА
Рәсәй тигән был дәүләт
Тағы ҡалды ҡамауҙа.
Уны яҡлап был көрәштә
Телебеҙ сыҡты алға!
Суҡмар һуғышы түгел шул!
Түгел был ҡылыс яуы!
Мәғлүмәти селтәрҙәрҙә
Ҡоролған уның ауы.
Түгел был ҡулдың көрәше!
Кәрәкмәй нагандары!
Һүҙ һөжүме хәйләһенә
Уйын ҡоролған бары.
Танктар ҙа кәрәк түгел!
Дары еҫе лә сыҡмаҫ!
Тәнеңә һис тә теймәҫ ул:
Туҡмамаҫ, бәреп йыҡмаҫ!
Мәкер менән йығып һалыр,
Рухиәткә үрт һалыр!
Юлбашсыларын ҡолатып,
Халыҡтың ҡотон алыр!
Зыялыларға зыянлар
Инеп араларына.
Зиһененә ағыу һалыр
Йәше, балаларына.
Яугир халыҡтың асылы
Йоҡлап ятмаҫ тик бөгөн.
Үҙ иңенә ала телем
Илен ҡурсалау йөгөн.
Өйөрмәгә ташланмай ул,
Утҡа ырғытмай үҙен,
Бөркөт кеүек бейек осоп,
Әйтә ул бөйөк һүҙен:
Аҫабалыҡты һаҡлағыҙ!
Ватандаш беҙгә күптәр,
Башҡорт иңенә һалына
Ауыры был ҙур йөктөң!
Мәғлүмәти яу барғанда,
Тик рухи берлек һаҡлар!
Башҡорт теле башҡорт ерен,
Башҡорт төбәген яҡлар!!!