Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Республикала ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тәртибе тураһында”ғы Закондың 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереүгә ҡағылған закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Уға ярашлы төбәктә пенсионерҙың йәшәү минимумы 2013 йылда 5690 һум тәшкил итергә тейеш.
Йәшәү минимумы дәүмәле “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзине тураһында”ғы Закон һәм Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең республикалағы территориаль органының аҙыҡ-түлеккә, башҡа тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары кимәле тураһындағы мәғлүмәттәре нигеҙендә билдәләнә. Пенсияһы ошо күрһәткестән түбәнерәк булғандарға федераль ҡаҙнанан өҫтәмә түләнәсәк.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, Башҡортостанда ла пенсияға социаль өҫтәмә билдәләү өсөн йәшәү минимумы 2010 йылдан ғәмәлгә индерелде. Федераль ҡануниәткә ярашлы, өҫтәмә Рәсәй төбәгендә билдәләнгән йәшәү минимумынан аҙыраҡ пенсия алғандарға түләнә. Быйыл был күрһәткес республикала 5220 һум тәшкил итә. Аҙыраҡ пенсия алғандарға федераль бюджеттан айырманы түләү ҡаралған. 1 авгусҡа ҡарата республикала 100 836 кеше ошондай өҫтәмә ала. Бөгөн уртаса алғанда был дәүмәл 960 һумға тиң.
Яңы Закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инәсәк.
А. ХӘЛИЛОВ.