Үткән аҙнала республиканың 16 мең кешеһе, киҫкен респиратор вируслы инфекция йоҡтороу сәбәпле, медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Шул иҫәптән баш ҡалабыҙҙа дүрт меңгә яҡын кеше ошо сиргә юлыҡҡан.
Республикала ауырыу кимәле эпидемик сиктән 5,7 процентҡа түбән, ә Өфөлә — 22,4 процентҡа. Әле киҙеүҙе иҫкәртеү буйынса халыҡты иммунизациялау дауам итә. Бөгөн өлкәндәр өсөн 500 мең доза күләмендә “Гриппол”, ә балалар өсөн 215 844 доза күләмендә “Гриппол плюс” вакциналары әҙерләнгән. Киҙеү эләктергәндәр өсөн эпидемия осоронда 5080 койка-урын булдырыу планлаштырыла. Йоғошло сирҙән һаҡланыу өсөн 1 миллион 120 мең дана битлек тупланған.
Әгәр ҙә әлегә тиклем киҙеүгә ҡаршы прививка яһатмағанһығыҙ икән, ашығырға тәҡдим итәбеҙ, сөнки, табиптар әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта вакцинациянан да тәьҫирлерәк һаҡланыу сараһы юҡ. Прививка яһатҡандан һуң 12–15 көн үтеү менән кеше организмында антиматдәләр барлыҡҡа килә, иммунитет йыл дауамында һаҡлана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: алты айҙан өлкәнерәк сабыйҙарға, мәктәп уҡыусыларына, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына, ҡайһы бер һөнәр эйәләренә (медицина һәм белем биреү учреждениелары, транспорт, коммуналь хужалыҡ өлкәләре хеҙмәткәрҙәренә), 60 йәште уҙған граждандарға прививканы бушлай яһайҙар.
Д. КӘБИРОВА.