Ҡәҙерле дуҫтар!Тотош коллектив менән "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыуҙы быйыл да ойошторорға ҡарар иттек. Былтыр ошо сарала республикабыҙҙың байтаҡ гимназия, лицей, мәктәп уҡытыусылары, район һәм ҡала гәзиттәре хәбәрселәре, китапханасылар коллективтары әүҙем ҡатнашты. Улар быйыл да баҫмабыҙға берҙәм яҙылыр, тип ышанабыҙ.
Район, ҡала ҡоролтайҙары ағзаларының, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының, ғалимдарҙың, театр һәм филармония артистарының да — ғөмүмән, милли интеллигенциябыҙҙың был акцияға дәррәү ҡушылырына өмөт итәбеҙ. Айырып өндәшеүебеҙ юҡҡа түгел, сөнки милләтте ойоштороусы, бергә туплаусы, халҡыбыҙҙың киләсәген алдан күҙаллаусы зыялыларыбыҙҙы тап һеҙҙең йөҙөгөҙҙә күрәбеҙ.
Коллектив менән гәзиткә яҙылыуығыҙ тураһында беҙгә хәбәр итһәгеҙ һәм квитанция күсермәһен почта аша ебәрһәгеҙ, һеҙҙең хаҡта тотош республика беләсәк. Журналистарыбыҙ осрашып, мәҡәләләр ойошторор, теге йәки был фекерегеҙҙе гәзит уҡыусыларға еткерер.
Һәр беребеҙгә мәғлүм: кеше аралашмайынса, фекер алышмайынса йәшәй алмай. Ә "Башҡортостан" — нәҡ халыҡ трибунаһы. Гәзитебеҙҙе алдырып, даими уҡып барһағыҙ, тормоштағы күп кенә күренештәргә, илдәге, республикалағы хәл-ваҡиғаларға, яңылыҡтарға һәм үҙгәрештәргә ҡарата ҡарашығыҙҙы белдерә һәм һүҙегеҙҙе еткерә алаһығыҙ.
Шулай итеп, мөхтәрәм милләттәштәр, халҡыбыҙҙың рух ҡеүәтен туплаған, зыялыларыбыҙҙың аралашыу майҙаны булған бай тарихлы "Башҡортостан" гәзитенең киләсәген бергә яҙайыҡ!
Рәхим итеп, акцияға ҡушылығыҙ!
МӨХӘРРИРИӘТ.