Салауат менән Өфө яҡынайҙы02.11.2012
Заман белем биреүҙе ғәмәли эш менән бергә алып барыуҙы талап итә. Күптән түгел “Газпромнефтехим Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Салауат ҡалаһының 1-се лицейы араһында төҙөлгән килешеүҙең нигеҙендә лә ошо маҡсат ята.

Һөҙөмтәлә университет студенттары лицейҙа практика үтәсәк, уларға бында эшкә ҡалыу мөмкинлеге лә асыла. Мәктәп уҡыусылары иһә БДПУ-ның ғәмәли физика һәм нанотехнологиялар кафедраһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының эшмәкәрлеге, фәнни ҡаҙаныштар менән таныша аласаҡ.
1-се лицейҙа тәбиғи фәндәр буйынса ғилми белем биреү үҙәген булдырыу ҙа күҙаллана. Тимәк, уҡыусыларға ғалимдар етәкселегендә яңы проекттар эшләү, тикшеренеү һөҙөмтәләрен фәнни йыйынтыҡтарҙа баҫып сығарыу мөмкинлеге тыуа. Улар Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, асыҡ лекцияларҙа ҡатнаша аласаҡ. “РОСНАНО-ның мәктәптәр лигаһы” семинарҙары ла үҙ ишеген асыр, тип көтөлә. Лицей ошо ойошманың составына инеү өсөн конкурсҡа әҙерләнә. Әле республикала бары өс мәктәп бындай хоҡуҡҡа эйә.
Р. ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад