Үҙгәреүсән был заманда тормошҡа яраҡлашыуы ауыр, бигерәк тә оло йәштәгеләргә. Әммә баш ҡалала уларҙың мәнфәғәте һәр саҡ иғтибар үҙәгендә.
Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы ҡарамағында пенсионерҙар өсөн халыҡ лекторийы асылыуын да был йәһәттән ырамлы аҙым тип ҡабул итергә була. Тантанала Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты – тимәк, ололарҙы борсоған мәсьәләләргә юғары власть даирәләрендә лә битараф түгелдәр. Киләсәктә бында кесе йома һайын пенсионерҙарға тейешле социаль хеҙмәттәргә арналған лекциялар үтәсәк, уларҙа ҡала райондарының хакимиәт башлыҡтары ла ҡатнашасаҡ. Оло быуын вәкилдәре үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр тураһында етәкселәр менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу форсатына эйә буласаҡ.
Лекторий оло быуындың тормошон еңеләйтеүҙе, уларға ҡатмарлы кеүек тойолған заман сараларын ябай тел менән аңлатыуҙы бурыс итеп ҡуйған. Теләге булған һәр кем бында компьютерҙы, сит телдәрҙе, хоҡуҡ һәм финанс ғилеме нигеҙҙәрен, ғаилә психологияһын өйрәнә аласаҡ. Шулай уҡ төрлө түңәрәктәрҙә лә (йыр, бейеү, театр, спорт һәм башҡалар) шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, оло йәштәгеләрҙең халыҡ университеты эшмәкәрлегендә лә туранан-тура ҡатнашыу хоҡуғы бар, йәғни ҡайһы берәүҙәрҙе уҡытыусы булараҡ та йәлеп итеү ҡаралған. Йәш һәм урта быуын менән яҡындан аралашыу арҡылы көйлө мөнәсәбәт булдырыу ҙа – төп маҡсаттарҙың береһе. Ҡыҫҡаһы, баш ҡаланың оло быуыны яңғыҙлыҡҡа дусар ителмәһен, ә ҡартлыҡта ла әүҙем тормош менән йәшәһен өсөн бында бөтәһе лә эшләнә.
Бында белем алып сыҡҡандарға уҡыу миҙгеле аҙағында сертификат тапшырыласаҡ. Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалында хәбәр итеүҙәренсә, былтыр оло йәштәгеләр лекторийға теләп йөрөгән – йәмғеһе 600-ҙән ашыу пенсионер белемен арттырған. Быйыл иһә улар тағы ла күберәк булыр тип өмөтләнәләр бында.
З. РӘШИТОВ.