Йылмайып-көлөп кенә02.11.2012
“Бисәм алтын балыҡҡа әйләнһен”
– Мин төндә өйгә ҡайтҡас, ҡатыным бер һүҙ ҙә өндәшмәй, сәғәткә генә ҡарай.
– Һиңә рәхәт! Ә минеке календарға ҡарай.
***
Ҡатыны этте өйрәтеп маташа. Ире:
– Юҡҡа аҙапланаһың, барыбер бер ни килеп сыҡмаясаҡ.
– Сығыр, ҡурҡма, һинең менән дә тәүҙә шулай тойолғайны – өйрәттем бит әле.
***
Йәмәғәте иренән һорай икән:
– Һиңә ниндәй ҡатындар нығыраҡ оҡшай – аҡыллылармы, әллә сибәрҙәрме?
– Былары ла, тегеләре лә оҡшамай. Шуға күрә һиңә өйләндем дә инде.
***
Ир кеше ҡатынынан айырылырға теләп, ЗАГС-ҡа ғариза бирә. Хөкөмдар сәбәбен һорай:
– Түҙер хәл ҡалманы, – ти теге. – Саҡ ҡына эсеп ҡайттыңмы – ҡыҙа ла китә, ҡулына нимә эләгә, шуның менән елгәрә.
– Мәҫәлән?
– Ҡата, уҡлау, сәйнүк, үтек...
– Нисә йыл бергә йәшәйһегеҙ?
– Егерме йыл.
– Ошоғаса нисек түҙҙегеҙ?
– Бығаса гел яҙа бәрә торғайны...
***
Бер ир алтын балыҡ тота.
– Ни хәжәтең бар? – тип телгә килә балыҡ.
– Һине кире һыуға ебәрәм, тик бисәмде алтын балыҡҡа әйләндер. Ауыҙын асһын да япһын, бер һүҙ өндәшә алмаһын, бар теләгәнемде үтәп, йөҙөп тик йөрөһөн аквариумда!