Ҡотлайбыҙ!02.11.2012
Нефтекама ҡалаһында йәшәгән хөрмәтле туғандарыбыҙ — Илүсә Ирхас ҡыҙы һәм Сәйфулла Сәмиғулла улы РӘХИМОВТАРҘЫ бер йән булып тормош ҡороп йәшәй башлауҙарына 25 йыл тулған көндәре — көмөш туйҙары менән ихлас тәбрик итәбеҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙгә алтын көҙҙә байрам иткән көмөш туйҙарында ғаилә именлеге, аяҙ таңдар, бәхетле көндәр, йондоҙло төндәр, йән тыныслығы, тән сихәте теләйбеҙ. Парлап барыр юлдарығыҙ оҙон, юлдаштарығыҙ тоғро булһын.
Бергә яҡҡан уртаҡ усағығыҙ
Дөрләп янһын, һүнеү белмәһен.
Гел шатлыҡтар ғына килеп торһон,
Ҡайғы еле һеҙгә теймәһен.
Иң изге теләктәр менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишемғоловтар ғаиләһе.