Дауа эргәбеҙҙә генә02.11.2012
Холецистит сиренең киҫкен йәки хроник төҫ алыуы ихтимал. Стафилококк, энтерококк, стрептококк йәки эсәк таяҡсаларының ҡуҙғыуы һөҙөмтәһендә үт ҡыуығы шешенә. Нигеҙҙә, был сиргә 40 – 60 йәшлек ҡатын-ҡыҙ бирешә.

Сәбәптәре күп төрлө: аҙ хәрәкәтләнеү, нәҫелдән килгән сиргә бирешеүсәнлек, йөклөлөк, самаһыҙ күп ашау, үт ҡыуығында таш булыуы, үттең ағып сығыуы, боҙолоуы йәки йоғошло сиргә юлығыу.
Киҫкен холециститтың төп билдәләре: уҡшыу, ҡоҫоу, тән температураһының күтәрелеүе, уң яҡ ҡабырға аҫтында киҫкен ауыртыу барлыҡҡа килеүе. Йыш ҡына ыҫланған йәки майлы ризыҡтар ашағандан һуң өйәнәк башлана. Бер нисә көндән бәүелдең ҡарайыуы, тән тиреһенең һәм күҙ ағының һары төҫкә инеүе күҙәтелә. Хроник холециститҡа уҡшыу, ауыҙҙа әсе тәм барлыҡҡа килеү, ауырлыҡ тойғоһо, майлы аҙыҡтарҙан һуң ауыртыныу хас. Сирҙе дауалауҙа халыҡ саралары ла тәьҫирле ҡулланыла.
Әгәр ҙә киҫкен ауыртыу тойһағыҙ, кисекмәҫтән табип саҡыртығыҙ. Дауаланыуҙа диетаның әһәмиәте ҙур. Йомортҡа һарыһын, аҡ майҙы ашауҙан тыйылығыҙ, ҡыҙҙырылған, ыҫланған һәм үтә майлы аҙыҡ-түлек тә һеҙҙең өсөн түгел. Күберәк еләк-емеш, йәшелсә һәм А витаминына бай ризыҡтар ашарға кәрәк.
Бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ

Бер стакан кишер, бер стакан сөгөлдөр һутын, берәр стакан бал һәм коньяк ҡушып, барлыҡҡа килгән эсемлекте ашар алдынан яртышар стаканлап көнөнә өс тапҡыр эсергә кәрәк. Ҡараңғы, һалҡын урында һаҡлағыҙ.
Киптерелгән юл япрағын ваҡлап, бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ун минутҡа төнәтергә ҡуйығыҙ. Һөҙгәндән һуң бер сәғәт дауамында бәләкәй генә йотом менән эсегеҙ.
Киптерелгән 50 грамм ҡайын япрағын, ҡайнар һыу ҡойоп, бер тәүлек самаһы төнәткәндән һуң һөҙөргә кәрәк. Эсемлекте берәр стаканлап ас көйөнсә эсеү файҙалы. Эскәндән һуң уң яғыңа йылы грелка һалып, ярты сәғәт ятып торорға кәрәк.
Бер килограмм бал, 200 миллилитр зәйтүн майы һәм дүрт дана лимондан бына тигән дауа яһарға була. Лимондарҙы тышынан, орлоҡтарынан таҙартып, ит турағыс аша үткәрегеҙ ҙә зәйтүн майы һәм бал менән ҡушып болғатығыҙ. Уны һыуытҡыста һаҡлағыҙ һәм көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡлап ашар алдынан эсегеҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Халыҡ медицинаһы сараларын ҡулланыр алдынан мотлаҡ үҙегеҙҙе дауалаусы врач менән кәңәшләшергә, сирҙең диагнозын асыҡларға кәрәк. Үҫемлектәр файҙалы, әммә тәбиғәт көсөнә генә таянырға ла ярамай. Уларҙы ауырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында ҡулланыу отошлораҡ. Үҫемлектәр менән дауаланғанда саманы онотмау хәйерле.


Вернуться назад