Сәй эсәйек бергәләп02.11.2012
Сәй эсәйек бергәләпСәй эсеүҙең һәр халыҡта үҙ йолаһы бар. Эсемлектең файҙаһы хаҡында барыһын да беләбеҙ кеүек, әммә уның сифаты һәм үҙенсәлеге таң ҡалдыра.

Сәй ҡыуағының япраҡтарында 300-ҙән ашыу берләшмә бар. Ҡайһы берҙәре әлегәсә тулыһынса өйрәнелмәгән. Мәҫәлән, сәй рубигиндарын молекулалар кимәлендә айыра ла алмайҙар. Нисек кенә булмаһын, сәй — Ер йөҙөндәге шифалы эсемлектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла файҙалы.
Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышын тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Барыһына ла ундағы кофеин сәбәпсе.
Микроэлементтар комплексы (калий, фосфор, тимер, марганец, барий, йод, никель, бор, баҡыр) матдәләр алмашыныуын көйләй, организмдағы күп кенә процестарға яҡшы тәьҫир итә. Мәҫәлән, калий йөрәк эшмәкәрлеге өсөн файҙалы булһа, фтор тештәрҙе кариестан һаҡлай, йод — склерозға ҡаршы тәьҫирле мөһим элемент.
Дуплау матдәләре организмдан токсиндарҙы сығарырға һәм ҡан тамырҙарын нығытырға ярҙам итә.
Тиамин фәҡәт сәйҙә һәм бер нисә бәшмәк төрөндә генә осрай. Кофеин менән берлектә мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайһы бер витаминдарҙың япраҡтарҙы эшкәрткәндә юҡҡа сығыуы билдәле. Был ҡан ойошоуын көйләүсе К витаминына ҡағылмай.
Катехиндар — сәйҙәге иң ҡиммәтле, көслө биоактив берләшмәләр. Улар ҡан тамырҙары тышлыҡсаһын һығылмалы итә, капиллярҙарҙы нығыта, атеросклероз үҫешен тотҡарлай. Өҫтәүенә онкологик сир хәүефен кәметә. Санкт-Петербург дәүләт университетында үткәрелгән тикшеренеүҙәр катехиндарҙың ДНК күҙәнәктәрен радиациянан һаҡлауын асыҡлаған.
Ә ҡайһы төҫтәгеһе файҙалыраҡ? Сәй ҡаптарындағы яҙыуға күҙ һалһаң, биоактив берләшмәләрҙең ҡыҙылында йәшелендәгенән — биш, ә йәшелендә ҡараһындағыға ҡарағанда 20 тапҡырға күберәк икәнлеген белергә мөмкин. Әммә эш төҫтә түгел, ә сәйҙең ниндәй сортҡа ҡарауында. Хатта ике төрлө йәшел сәйҙең дә файҙалы матдәләре буйынса бер-береһенән ҡырҡа айырылыуы мөмкин.
Ғалимдар фекеренсә, сәйҙәр араһында шифалылығы буйынса “чемпион”ды билдәләү мөмкин түгел. Иң мөһиме — уны әҙерләгәндә эсемлектең файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлау.
Сәйҙе әҙерләү бик ябай төҫлө, әммә япондар башҡаса уйлай. Улар тәүҙә йәшел сәйҙе махсус фарфор һауытта онтаҡлай, аҙаҡ алдан йылытып ҡуйылған фарфор сәйнүккә аҙ-аҙлап һалып, ҡайнар һыу ҡоя һәм дөгө һабаҡтары менән шыйыҡ ҡаймаҡ хәленә еткәнсе иҙә.
Бына тигән хуш еҫле эсемлек! Ғалимдарҙың фекеренсә, бындай сәй бик ҡаты, кофеинға ифрат бай, шуға күрә ҡан баҫымы юғары булған һәм йоҡоһоҙоҡ менән яфаланған кешеләр өсөн ул бармай.
Инглиздәр ҡара һинд сәйенә йәки цейлон сәйенә өҫтөнлөк бирә. Ҡайнар һыу ҡойоп, эсемлекте төнәтергә ҡуялар (150 мл һыуға 1 балғалаҡ сәй, йәнә сәйнүккә 1 балғалаҡ сәй һалырға). Ныҡ итеп йылытылған сынаяҡтарға 2-3 ҡалаҡ йылы һөт һалғас ҡына әҙер сәйҙе ҡоялар.


Вернуться назад