Арзан да, ҡиммәтле лә02.11.2012
Оло кешенең организмында 250 грамм тоҙ туплана. Бындай күләмдәге “тәмләткес” менән дүрт тоҙ һауытын тултырырға мөмкин.

Тоҙ йыш ҡына артыҡ ауырлыҡтың һәм шешенеүҙең сәбәпсеһе булып тора. 10 грамм тоҙ тәндә 1 литр һыуҙы тотҡарлай.
АҠШ университеты ғалимдары раҫлауынса, тоҙға ла организмда бәйлелек тыуыуы ихтимал. Имеш, уны наркотик һәм антидепрессанттар рәтенә ҡуйырға мөмкин, сөнки статистика мәғлүмәттәре ошоно раҫлай. Көнөнә беҙ уртаса 10 грамм тоҙ ашайбыҙ, ә уға ихтыяж 4 грамдан да артмай.
Ғалимдар тоҙланмаған аш-һыуҙы кимереүселәрҙең сәләмәтлегенә нисек тәьҫир итеүен тикшереп ҡараған. Һөҙөмтә, ысынлап та, көтөлгәнсә килеп сыҡҡан. Тоҙҙан мәхрүм ителгән ҡомаҡтарҙың үҙҙәрен тотошо ныҡ үҙгәргән. Улар ҡуҙғыусанға әүерелгән, йылғырлыҡтары кәмегән, кәйефтәренең төшөнкөлөгө лә күҙәтелгән. Тоҙло аҙыҡ бирә башлау менән улар элеккесә хәрәкәтсән, күңелсәк йәнлеккә әүерелгән.
Шул яҡшы асыҡланған: организмында тоҙ етешмәгән ҡомаҡтар ысын мәғәнәһендә депрессия кисергән.
Белгестәр тәжрибәләрен артабан дауам итеп, тоҙ етешмәгәнлектән төшөнкөлөккә бирелгән ҡомаҡтарҙың һәм тәмләткескә әүәҫ кимереүселәрҙең мейе торошон тикшергән. Был да тоҙҙоң антидепрессант икәнен дәлилләгән. Кемдеңдер ҡаршы төшөп, былай булғас, аҙыҡ-түлекте лә наркотик рәтенә индерәйекме, тип әйтеүе мөмкин. Ысынлап та, ас кешенең асыуы яман икәнлеген яҡшы беләбеҙ. Бөтә уй нисек тә тиҙерәк тамаҡ ялғап алыуға йүнәлтелә. Тамаҡ туйғас та кәйеф күтәрелә, тормош йәмләнә. Айырма шунда: наркотик, бәйлелек тыуҙырыуҙан тыш, организмға зыян килтерә. Ә тоҙ ошо ике сик араһында. Уны самаһыҙ ҡулланһаң, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең баш ҡалҡытыуын көт тә тор. Өҫтәүенә артериаль ҡан баҫымын күтәреүе, катаракта сирен тиҙләтеүе ихтимал.
Тоҙҙо бөтөнләй ҡулланмау ҙа хәүефле: уға ҡытлыҡ нервы системаһы эшмәкәрлеген ҡаҡшата, инсулин эшләп сығарылыуҙы кәметә, ҡан ойоуына булышлыҡ итә. Хаҡы арзан булһа ла, шундай ҡиммәтле сифатҡа эйә икән был аш тәмләткес.


Вернуться назад