Күҙ нурын һаҡлағыҙ02.11.2012
Күҙ нурын һаҡлағыҙКешеләрҙең 19 проценты ғүмер дауамында күреү һәләтен юғалта. Беҙ көн дә күҙҙәрҙең көсөргәнешле эшләүен тоябыҙ, айырыуса компьютерҙа оҙаҡ ултырғанда.

Һуңғы осорҙа күҙгә көстөң самаһыҙ күп төшөүе һөҙөмтәһендә күреү үткерлеге кәмегәндән-кәмей. Уның тәүге билдәләре: яҡындағы әйберҙәрҙе асыҡ күрмәү, уҡығанда күҙҙең арыуы, кистәрен баш ауыртыуы. Күрәғарашлыҡ йәки үтәғарашлыҡтың үҫешенә сәбәпсе йәшкә бәйле үҙгәрештәрҙән тыш, ҡайнар ҡояш нурҙары, насар экология, тәмәке тартыу ҙа күҙҙе боҙа. Күреүҙең насарланыуына төрлө сирҙәрҙең (шәкәр диабеты, варикоз) йоғонто яһауы ла ихтимал.
Һәйбәт йәки насар күреүебеҙ туҡланыу сифатына ла бәйле. Аҙыҡ менән бергә күҙҙең сәләмәтлеген һаҡлаусы микроэлементтар, витаминдарҙы ла алырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, С витаминының етешмәүе өлкән йәштә насар күреүгә сәбәпсе. Күҙҙең селтәрле ҡабығының торошо өсөн — А витамины, күҙҙең нервы туҡымаһы өсөн В витамины яуаплы. Тикшеренеүҙәр күҙҙең сәләмәтлегендә лютеиндың айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген раҫланы. Был матдә селтәрле ҡабыҡты олоғайыуға үҙгәрештәрҙән һаҡлай.
Күҙҙәге ҡан әйләнеше торошо өсөн РР1 витамины яуаплы. Ул ҡандағы зарарлы холестерин миҡдарын кәметә. Шулай уҡ цинк һәм селен элементтарының тейешле кимәлдә организмға инергә тейешлеген дә оноторға ярамай. Рационда бөтә матдәләрҙең дә кәрәкле кимәлдә булыуын күҙәтеү анһат түгел. Уларға ҡытлыҡты бөтөрөү, файҙалы матдәләрҙе тулыландырыу өсөн хәҙер дарыуханаларҙа препараттар етерлек. Ниндәйен һайлау кәрәклеген күҙ табибы менән кәңәшләшеп хәл итегеҙ.


Вернуться назад