Күңелһеҙ статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, Ер шарында һәр дүртенсе-бишенсе кеше ниндәй ҙә булһа психик сирҙән яфалана. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, һәр икенсе кешегә бындай ауырыуға дусар булыу ҡурҡынысы янай.
Психик сәләмәтлек — ул кешенең үҙ һәләттәрен тулыһынса асырға һәм ҡулланырға, көндәлек тормош һынауҙарына бирешмәйенсә йәшәргә, эшләргә, йәмғиәттең үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә мөмкинлек биргән имен, тыныс күңел торошо. Баҡса ҡарау, музыка ҡоралдарында уйнау йә булмаһа ҡул эштәре менән шөғөлләнеү кеүек ябай, әммә күңелдә шатлыҡ тыуҙырған һәм тормошобоҙҙо байытып ебәргән шөғөлдәр психика торошона ыңғай йоғонто яһай, ти ошо өлкәлә эшләгән ғалимдар. Был, үҙ сиратында, әүҙем тормош алып барырға, аҡыл теүәллеген һәм аң камиллығын оҙаҡ йылдар һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Ғалимдар психик сәләмәтлеккә, имен, тыныс күңел торошона ҙур йоғонто яһаған биш кәңәшкә ҡолаҡ һалырға ҡуша:
1. Бәйләнештәреңде өҙмә. Ғаилә, туғандар, дуҫтар, коллегалар менән аралашыу беҙҙең тормошто байыта һәм йәмләй. Донъяла терәк-таянысыбыҙҙың барлығы ышаныс бирә.
2. Әүҙем бул. Спорт менән шөғөлләнеү, көн дә күнекмә яһау, бейеү, баҡсасылыҡ кеүек шөғөлдәр йә булмаһа саф һауала йәйәү йөрөү ҙә кәйефте күтәрә, яҡшы физик формала булырға ярҙам итә.
3. Тормошҡа ҡыҙыҡһыныуыңды юғалтма. Ғүмерҙең һәр мәленән йәм табып, йәшәүгә ғәҙәти булмаған күҙлектән ҡарап, һынауҙарҙы йырып сығып һәм дөрөҫ һығымталар яһап, беҙ был тормоштоң асылын аңлай барабыҙ.
4. Өйрән. Теләк менән йөрәк булғанда ҡулдан килмәгән эш юҡ, шуға күрә ниндәйҙер яңы һөнәр үҙләштергән, яңы эште башҡарып сыҡҡан һайын кешенең үҙенә баһаһы арта. Был уға киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Яңы һөнәр, эш тигәнгә ҙур мәғәнә һалмайынса, сит телдәрҙе өйрәнеү, музыка ҡоралдарында уйнау йә иһә яңы рецепт буйынса тәмле ризыҡ әҙерләп, яҡындарыңды ҡыуандырыу — ябай, әммә бик файҙалы һәм кәрәкле шөғөл.
5. Ярҙам ит. Дуҫтарыңа, яҡындарыңа һәм бөтөнләй таныш булмаған кешеләргә ярҙам итеп, беҙ уларҙан яуапҡа рәхмәт тойғолары алабыҙ. Бындай хистәр тормошҡа айырым бер мәғәнә өҫтәй, сөнки кешеләргә изгелек ҡылыуҙан килгән ҡыуаныс һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо көнөбөҙҙөң бушҡа үтмәүен иҫбатлай.
Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.