Бер нисә ай элек Краснодар өлкәһендә булып үткән фажиғәле ваҡиғалар һаман да күңелдән китмәй. Төнөн көтмәгәндә йорттарҙы һыу баҫыуы йөҙәрләгән кешенең ғүмерен өҙҙө, бик күптәр торлаҡһыҙ, мөлкәтһеҙ, хатта кейем-һалымһыҙ тороп ҡалды.
Фажиғәгә битараф ҡалыусылар булманы, илдең һәр мөйөшөнән тиерлек бәләгә тарыусыларға ярҙам күрһәтелде. Рәсәй Федерацияһының Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре лә ситтә тороп ҡала алманы, мөмкинлектәренән сығып, һәр кем матди ярҙам күрһәтергә ашыҡты. Улар Краснодар өлкәһендәге хеҙмәттәштәре иҫәбенә аҡса күсерҙе.
Рәхмәт һүҙҙәрен бер кем көтмәһә лә, ошо көндәрҙә Фонд адресына килгән хаттағы йылы һүҙҙәр һәр кемдең күңеленә майҙай яғылды. Краснодар өлкәһе буйынса төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре: “Беҙгә килгән бәләгә битараф ҡалмауығыҙ һәм ихлас күңелдән ярҙам ҡулы һуҙыуығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе ҡабул итегеҙ, хөрмәтле коллегалар!” — тип белдергән.
Күңел йылыһына сорналған изге теләктәрҙең һәм матди ярҙамдың барып етеүенә беҙ ҙә һөйөндөк. Бәләгә тарығандарҙың тиҙ арала фатирҙарына күсеп, именлектә һәм һаулыҡта йәшәй башлауын теләйбеҙ. Бәлә-ҡаза барыбыҙҙы ла урап үтһен.
Р. КӘБИРОВА.