“Бешмәгән” проект беҙгә кәрәкмәй!01.11.2012
Пенсия өлкәһендә реформалар барыуына нисәмә йыл үтте, юғары трибуналарҙан күпме вәғәҙә, өмөтләндергес һүҙҙәр әйтелде. Әле бына 2030 йылға тиклемге пенсия системаһының үҫеш стратегияһы менән таныша башлағас, күңелдә икеләнеү, хатта хәүефләнеү тойғолары барлыҡҡа килде.

Һүҙ ҙә юҡ, девизы иҫ киткес шәп: “Лайыҡлы пенсия: тигеҙ хоҡуҡтар; яңы мөмкинлектәр”. “Тигеҙ хоҡуҡтар” төшөнсәһе үҙе үк халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Кемдер 5-8 мең һум эш хаҡына көн күргәндә, бәғзе берәүҙәр 100-200 мең һум эш хаҡы йә унан да артығыраҡ алғанда ниндәй тиң хоҡуҡлылыҡ тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин! Пенсияның күләме лә тап ошо эш хаҡына бәйле буласаҡ бит.
Дәүләт пенсияһын алыу өсөн элек кешенең кәмендә биш йыл эш стажы булыуы ла етһә, 2015 – 2017 йылдарҙа дәүләт пенсияһын алыу өсөн кәмендә 30 йыл эшләргә кәрәк, ә киләсәктә мәжбүри эш стажын 40 йылға ҡәҙәр еткереүҙе күҙ уңында тоталар.
Ошоға тиклем ил етәкселәре, пенсияға сығыу йәше арттырылмаясаҡ, тип вәғәҙә биреп килде, әммә яңы проект шуның тап киреһен раҫлай түгелме? Эйе, пенсия йәшен арттырыу тураһында бер һүҙ ҙә юҡ, ә ғәмәлдә эш шуға бара.
Пенсия системаһының өс кимәлдән торасаҡ моделе лә ҙур һорау тыуҙыра. Корпоратив пенсияға кем өмөт итә ала? Әлбиттә, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә бындай бәхет тәтемәйәсәк, Рәсәйҙә бары нефть, газ, энергетика, банк һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренең генә өҫтәмә пенсияға өмөт итеүе ихтимал. Тимәк, кем ғүмер буйы бәләкәй эш хаҡына эшләй, пенсияһы ла түбән буласаҡ. Ә беҙҙе һаман да “яңы хоҡуҡтар”, “яңы мөмкинлектәр” тигән матур һүҙҙәр менән албырғаталар.
Яңы проекттың “бешеп” етмәгәнлеге көн кеүек асыҡ. Миллионлаған кешенең киләсәген, ҡартлығын, тормош сифатын, сәләмәтлеген билдәләгән пенсия реформаһын төптән уйламай, анализламай, кәңәшләшмәй үткәреүҙең әллә күпме кире эҙемтәгә килтереүе ихтимал.
Беҙҙә тормош ябай кеше өсөн былай ҙа ал да гөл түгел, медицина хеҙмәте күрһәтеү ҙә, көнкүреш шарттары ла ҡырҡа яҡшыртыуҙы талап итә. Ғәҙел хоҡуҡтар хаҡында һөйләйбеҙ икән, тимәк, һәр кем проектта ҡаралған дәүләт пенсияһынан да, корпоратив пенсияһынан да берҙәй файҙаланырға тейеш.
Н. КӘРИМОВА.
Мәсетле районы.


Вернуться назад