Ант биреү — күркәм йола01.11.2012
Быйыл Рәсәйҙә суд приставтары институты ойошторолоуҙың 147 йыллығы билдәләнә.
Республикала байрамдың күркәм йолаһы ла бар: Рәсәйҙең Суд приставтары федераль хеҙмәтендә һөнәри юлын башлап тороусылар Өфөгә, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына, тантаналы ант биреү сараһына йыйыла.

Идаралыҡ етәксеһе Зариф Байғусҡаров хеҙмәткәрҙәрҙе байрам менән ҡотлап, уларҙың үҙ бурысын намыҫ менән башҡарыуын теләне. Ул суд приставтарына өс төп сифат хас булырға тейеш тип билдәләне: ғәҙеллек, әҙәплелек һәм принципиаллек.
Тантаналы ант биргәс, суд приставтары күптән түгел асылған ведомство музейында булды, хеҙмәт ветерандары менән аралашты.
Г. САЛАУАТОВА.


Вернуться назад