Томат һутыПомидорҙан ҡышҡылыҡҡа күп төрлө салат һәм башҡа аҙыҡ-түлек әҙерләргә була. Бөгөн һеҙгә томат һуты рецебы тәҡдим итмәксебеҙ. Ул кальций, магний, натрий, калий һәм витаминдарға бай.
4 килограмм һут өсөн кәрәк:
11 килограмм томат, 700 грамм шәкәр ҡомо, 175 грамм тоҙ, 1 аш ҡалағы һеркә эссенцияһы, ике тырнаҡ һарымһаҡ, 30 бөртөк еҫле борос, 5 грамм ҡыҙыл борос, 5 бөртөк гвоздика, 30 грамм корица.
Тәмләткесһеҙ һутБешкән, боҙолмаған томаттар алабыҙ. Яҡшылап йыуғас бүлергә һәм ит турағыста йәки һут һыҡҡыста ваҡларға. Килеп сыҡҡан массаны тутыҡмай торған ҡорос йәки эмалле кәстрүлдә бешерергә кәрәк. Бешкән саҡта томат күбекләнә, шуға күрә кәстрүлде тултырмағыҙ. Ҡыҙыу утта ярты сәғәт бешкәндән һуң утты кәметегеҙ, тоҙ менән шәкәр ҡушығыҙ. Барлығы 40-60 минут бешереү талап ителә. Аҙаҡ уны ҡоро стерилләнгән эҫе банкаларға һалып, тимер ҡапҡас ябырға. Һутты 10 градус температурала һаҡлағыҙ.
Тәмләткестәр ҡушылған һутИң башта һут тәмләткесһеҙ бешерелгән кеүек үк әҙерләнә. Бешеп бөтөүгә 10 минут ваҡыт ҡалғас, һутҡа тәмләткестәр һәм һеркә эссенцияһы ҡушыла, унан һуң тағы бер нисә минут ҡайнатыу талап ителә. Шулай уҡ стерилләнгән банкаларға ҡойорға һәм тимер ҡапҡас ябырға.
Витаминлы һутҺутта күберәк витаминдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн уны былай ҙа эшләргә була. Турағыстан уҙғарылған томатты ҡайнатабыҙ ҙа (95 градусҡа тиклем) шунда уҡ уны банкаларға һалабыҙ. Банкаларҙы һут менән бергә стерилләргә кәрәк. 1 литрлыҡ банканы — 20 минут, 2 литрлыҡты — 30 минут һәм 3 литрлыҡты 30 минут стерилләйбеҙ.