Нисек аҡса тоторға өйрәнергә?01.11.2012
Нисек аҡса тоторға өйрәнергә?Был мәсьәлә күп ғаиләне борсой. Ғаилә ағзаларының эш хаҡы арыу ғына һымаҡ күренһә лә, аҡса барыбер етмәй. Эш ниҙә һуң? Күп кенә иҡтисадсының фекеренсә, ышаныслы киләсәк өсөн барлыҡ килемдең 20 процентын тотонмай һалып барырға кәрәк. Килем сығымдарҙы ҡапларлыҡ итеп кенә түгел, ә “ҡара көн”гә ҡалдырыу мөмкинлеге лә булһын өсөн ғаилә бюджетын нисек дөрөҫ итеп төҙөргә?

Иң башта килем менән сығымдарығыҙҙы иҫәпләп сығарығыҙ. Бының өсөн калькулятор кәрәк буласаҡ, барлыҡ килем һәм сығымды бер ай дауамында дәфтәргә яҙып барығыҙ. Килемдең бөтә төрөн дә иҫәпләгеҙ, мәҫәлән, эш хаҡы, депозиттарҙан килем, туғандар, ата-әсә ярҙамы. Унан һуң мотлаҡ сығымдар исемлеген төҙөгөҙ. Бында коммуналь хеҙмәттәр, телефон, кеҫә телефоны, уҡыу, балалар баҡсаһы өсөн һәм башҡа түләүҙәр инә. Күп аҡса аҙыҡ-түлек, көнкүреш химияһы, ялға һәм күңел асыуға китә. Әгәр ғаиләлә балалар бар икән, улар өсөн сығымды тәү сиратта иҫәптә тоторға кәрәк.
Әлбиттә, уйламағандары ла буласаҡ, уларҙан ҡасыу мөмкин түгел. Иң мөһиме, кәрәкмәгән һәм көтөлмәгән тауарҙы һатып алмағыҙ, ысынлап кәрәкле әйберҙе генә алырға тырышығыҙ.
Тикшеренеүҙәргә ышанһаң, балансланған бюджет түбәндәгесә:
— 50-60 процент — мотлаҡ түләүҙәр һәм көнкүреш өсөн кәрәкле барлыҡ әйбер алыу;
— 20-30 процент — ял, сәйәхәт, күңел асыу;
— 10-20 процент аҡса тейелмәй ҡалырға тейеш. Уларҙы “ҡара көн”гә һаҡларға йәки уңышлы ғына инвестицияларға була.


Вернуться назад