Никах контракты кәрәкме, юҡмы?01.11.2012
Никах контракты кәрәкме, юҡмы?— Кейәүгә сығырға йыйынам. Ипотекаға алынған фатирым бар. Ул әле түләнеп бөтмәгән, ирем менән бергә түләйбеҙ. Айырылышҡан осраҡта фатирҙы бүлешергә тура килмәҫме? Таныштар никах контракты төҙөргә кәңәш итә. Уның тураһында ишеткәнем бар, тик мәғәнәһен аҙағына тиклем аңлап етмәйем. Юрист ниндәй аңлатма бирә? Контракт төҙөү кәрәкме, ул ниндәй өҫтөнлөктәр бирә?
Айһылыу, Өфө ҡалаһы.


Айһылыуға гәзитебеҙҙең юрисы Таһир МАНСУРОВ кәңәш бирә:
— Ниндәй юлды һайлау — шәхси эшегеҙ. Әлбиттә, айырылышҡан осраҡта мөлкәткә бәйле ауырлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн никах килешеүенең вариантын да ҡарағыҙ.
Рәсәй Ғаилә кодексының 40, 42-се статьяларына ярашлы, ир менән ҡатын, никах контракты төҙөп, ҡануниәт менән билдәләнгән уртаҡ милек тәртибен (барлыҡ мөлкәткә, уның башҡа төрҙәренә, ир менән ҡатындың шәхси мөлкәтенә ҡарата өлөшләтә йәки айырым милекте билдәләү) үҙгәртә ала. Улар мөлкәт мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы һәр мәсьәләне никах контрактына индерә ала. Бынан тыш, никах ваҡытында йәки уны тарҡатҡандан һуң, ғаилә сығымдарының күләме ир йәки ҡатындың бер-береһен аҡсалата аҫрау күләме, ваҡыты сроктары һәм төрҙәре билдәләнә ала. Әммә Рәсәйҙә мөлкәткә ҡарамаған мөнәсәбәттәрҙе был документ көйләмәй (мәҫәлән, айырылышҡан осраҡта бала менән аралашыу хоҡуғы).
Никах килешеүе яҙма формала төҙөлә һәм мотлаҡ нотариаль теркәлергә тейеш. Уны төҙөү өсөн нотариусҡа мөрәжәғәт итеү етә, ул һеҙҙең талаптарҙан сығып документ әҙерләйәсәк. Контракттың никахҡа инер алдынан төҙөлөүе ихтимал (был осраҡта ул ЗАГС-та никахты теркәү менән юридик көскә инә), шулай уҡ никахта торған осраҡта теләһә ниндәй ваҡытта төҙөлә ала.
Никах килешеүе ир менән ҡатын өйләнгән осорҙа ғәмәлдә була һәм икеһе лә үҙҙәре теләгән ваҡытта ғәмәлдән сығара ала. Уны билдәле бер шарт менән төҙөргә мөмкин. Ниндәйҙер шарт тормошҡа ашҡан йәки, киреһенсә, ашмаған осраҡта теге йәки был бурыс үтәлергә-үтәлмәҫкә тейеш (мәҫәлән, бала тыуыу-тыумауы).
Никах контракты ике яҡлы килешеү төрө тип иҫәпләнә һәм уның дөйөм ҡағиҙәләренә буйһона (Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 154 — 181-се статьялары).


Вернуться назад