Иғтибарлылыҡ ҡотҡарыр01.11.2012
Хәҙер аҙым һайын супермаркет эшләй. Үҙең теләгән әйберҙе һайлап алырға була. Тик һатып алыусыларҙы йыш ҡына алдарға тырышалар. Шуға күрә ябай ғына кәңәштәребеҙ файҙалы булыр.

“Магазин әйберҙәрегеҙҙең юғалыу-юғалмауы өсөн яуаплы түгел” тигән яҙыу торған йәшниктә ҡиммәтле әйберҙәр ҡалдырып китеү, кәм тигәндә, алйотлоҡ. Әммә залға сумка менән үтеп, бер-бер хәл килеп сыҡһа, супермаркет һаҡсылары йәки полиция хеҙмәткәрҙәре менән аралашыуға ла әҙер булығыҙ. Сумкағыҙ төбөндә чекһыҙ ятҡан һағыҙ йәки шоколадтың ҡайҙан килеп сығыуын аңлатыу еңел түгел. Шуға күрә ҡиммәтле һәм чеклы әйберҙәрегеҙҙе үҙегеҙ менән йөрөтөгөҙ, ә башҡа магазиндан алынған һәм ауыр нәмәләрҙе йәшниктә ҡалдырығыҙ.
Яңы, иҫкермәгән аҙыҡ-түлекте кәштәнең иң төбөнән эҙләгеҙ. Файҙаланыу ваҡыты үтеп барған тауарҙы иң өҫкә, ә яңыларын төпкәрәк ҡуйыу ҡағиҙәһе хәҙер барлыҡ супермаркетта ла тиерлек ҡулланыла.
Пластик һауыттарға, шыптыр тоҡсайға һалып, үлсәнгән һәм хаҡы күрһәтелгән емеш-еләк, йәшелсә алыуы рәхәт. Ваҡыт та сарыфланмай. Әммә шуныһын онотмағыҙ: күп кенә йәшелсә, емеш-еләк ваҡыт үтеү менән кибә. Уны бер кем дә кире үлсәп яфаланмаясаҡ, ә һеҙ бер килограмм урынына 800 грамм тауар аласаҡһығыҙ. Шыптырҙағы тауарҙың иҫкерә башлауы ла бик ихтимал. Шуға күрә, ваҡытығыҙҙы йәлләмәй, үҙегеҙ һайлап үлсәтегеҙ.
Йыш ҡына кәштәлә ятҡан тауарҙың хаҡы бер төрлө була, ә кассир уны икенсе (ғәҙәттә юғарыраҡ) итеп иҫәпләй. Сәбәбе: кәштәлә бер-береһенә оҡшаш тауар күп була, улар ни бары ауырлығы йәки маркаһы менән айырыла. Шуға күрә алғанда уҡ иғтибар менән ҡарағыҙ. Икенсенән, касса янында тауарҙың хаҡын чектағыһы менән сағыштырығыҙ, күпкә артыҡ булһа, унан баш тарта йәки алмаштырта алаһығыҙ.
Сканер тауарҙың штрих-кодын “танымаған” осраҡта кассир уны ҡулы менән компьютерға индерә. Ошондай осраҡта бик иғтибарлы булығыҙ. Бер генә һанда яңылышыу ҙа арзан ғына икмәкте ҡиммәтле иткә йәки емеш-еләккә әйләндереп ебәрә. Иғтибарһыҙ һатып алыусы күп тапҡырға артыҡ түләргә мәжбүр.
Күп кенә һатып алыусылар уйлауынса, компьютер, йәғни аҡыллы техника барыһын да дөрөҫ иҫәпләп сығара, хатаға юл ҡуйыу мөмкин түгел. Ысынында иһә улай түгел. Йыш ҡына кеше факторы, программаның хатаһы йәки кассирҙың еңел аҡса эшләргә теләүе кеҫәгеҙгә ныҡлы ғына һуғыуы ихтимал. Бында ла, әлеге лә баяғы, иғтибарлылыҡ кәрәк.


Вернуться назад