Ялтырап торһон өсөн01.11.2012
Ялтырап торһон өсөнҺәр ҡатын-ҡыҙ биҙәүес әйберҙәр ярата. Әммә ваҡыт үтеү менән ҡиммәтле металл һәм таштарҙан эшләнгән ювелир әйберҙәр бысрана, баҙыҡлана башлай. Уларҙы дөрөҫ таҙартыу юлдарын өйрәтмәксебеҙ.

Алтын биҙәүесте һабынлы һыуға һалығыҙ һәм ипләп кенә йомшаҡ теш щеткаһы менән ышҡығыҙ. Эләктерә торған урындарына айырыуса ҙур иғтибар бүлегеҙ. Сылбырҙы шешәлә йыуыу уңайлы, бысрағы бөткәнсе ипләп кенә болғатығыҙ ҙа таҫтамал менән ҡоротоғоҙ. Йөҙөктәрҙә, ғәҙәттә, таш аҫтына саң йыйыла. Шырпыға мамыҡ урағыҙ ҙа, уны одеколон йәки глицерин менән еүешләп, ипләп кенә ташын һәм тирәсен һөртөгөҙ. Аҙаҡ фланель йәки замша менән балдаҡты ышҡығыҙ. Таштың тирәсен осло әйберҙәр менән таҙарта күрмәгеҙ — ул зыян күрәсәк. Таштар бысранмаһын һәм сағыулығын юғалтмаһын өсөн ҡул йыуыр алдынан һәр ваҡыт сисегеҙ.
Көмөш һәм мельхиор әйберҙәрҙе шулай уҡ һабынлы һыуҙа йыуығыҙ һәм буҫтау менән шымартығыҙ. Ныҡ ҡарайған биҙәүестәрҙе, аш содаһы ҡушып, фланель сепрәк менән һөртөгөҙ ҙә сайҡағыҙ. Теш порошогы менән дә таҙартырға мөмкин.
Быяла биҙәүестәрҙе кер порошогы һалынған һыуҙа йыуып сайҡатығыҙ һәм йомшаҡ таҫтамал менән ҡоротоғоҙ. Эре мәрйендәрҙе щетка менән йыуығыҙ. Еп йәки резинкаға кейҙерелгән мәрйенде һабынһыҙ ғына йыуыу отошлораҡ.
Пластмасса әйберҙәрҙе порошокһыҙ һәм һабынһыҙ һыуҙа йыуығыҙ. Ныҡ бысраһа, уны таратып йыуығыҙ һәм кире теҙеп ҡуйығыҙ.
Гәрәбә һәм фил һөйәгенән эшләнгән биҙәүестәрҙе ҡурҡмайынса һабынлы йылы һыуҙа йыуырға була. Әгәр фил һөйәгенән яһалған биҙәүес ныҡ һарғайһа, уны 10 минутҡа хлорлы эзбиз иретмәһенә һалығыҙ, аҙаҡ ипләп кенә сепрәк менән һөртөгөҙ.
Ағас әйберҙәрҙе йыумайҙар, фланель менән һөртәләр. Уларҙы бер ҡасан да майлы ҡулығыҙ менән тотмағыҙ һәм, муйынығыҙға крем һөртһәгеҙ, кеймәгеҙ. Юғиһә майлы эҙҙәр ҡаласаҡ.
Яһалма йәки тәбиғи ынйыны һыҙырылыуҙан һаҡлағыҙ, башҡа биҙәүестәрҙән айырым урында тотоғоҙ. Йомшаҡ сепрәккә төрөп һалып ҡуйығыҙ, ваҡыт-ваҡыт бәрхәт менән һөртөп тороғоҙ. Тәбиғи ынйыны йыл һайын һүтеп яңынан теҙеү тәҡдим ителә.
Баҡыр һәм көмөш ваҡыт үтеү менән окисланып ҡарая. Ундай әйберҙәр кейемде бысратмаһын өсөн эс яҡтан төҫһөҙ лак менән буяғыҙ.


Вернуться назад