Себер ҙә һындырманы...01.11.2012
Очерк
Төнгө “ҡунаҡтар”
Солан ишегенең ҡаты дөбөрҙәүенә һиҫкәнеп, әле генә аҙбарҙағы мал-тыуарын ҡарап, түрҙәге һикегә серем итеп алырға ғына ятҡан Ғәлиулла ҡапыл һикереп торҙо ла, киндер ыштанын тарта-тарта туң тәҙрә төбөнә килде.
— Кем унда төн убыры һымаҡ кеше бимазалап йөрөй? — тип һораны ул. — Көн бөткәнме ни?
— Райондан ашығыс телеграмма килеп төштө, Ғәлиулла. — Яңы Себенле ауылы Советы рәйесе Сәмиғулла Мәүлитовтың йүкә сөй ҡағырға яратҡан йомшаҡ тауышын ишеткәс, иңбашына сәкмәнен генә һалып, соландағы ишек келәһен ысҡындырыуы булды — НКВД формаһындағы таныш булмаған әзмәүерҙәй ике кеше, уны этеп-төртөп, өйгә алып керҙе. Арттан ауыл Советы рәйесе менән депутат исемен күтәреп йөрөгән, ошағы менән биш-алты ғәйепһеҙ ауылдашын төрмәгә яптырған һәм башы бал мискәһенән сыҡмаған Баймырҙа Мусин килеп инделәр ҙә, оҙон һике буйында етенсе төштәрен күреп, әүен баҙарындағы береһенән-береһе бәләкәйерәк балаларҙы тупаҫ рәүештә ситкә шыуҙырып, өҫтәл артынан урын алдылар.
— Һин булаһыңмы Ғәлиулла Иҙрисов тигән кеше? — тип һораны ят хәрбиҙәрҙең береһе, өйҙө яңғыратып. Мөйөшкә һырыҡтырылған Фәрит, Фәтих, Рәшит, Нәжиә һәм ете айы ла тулмаған Зөлфиә уянып китеп, бил ҡайыштарына наган таҡҡан ят кешеләрҙе күреп, аҡырып иларға тотондолар.
— Эйе, мин. “Берлек” колхозының кирбес заводы директоры Ғәлиулла Иҙрисов булам, — тине өй хужаһы тыныс ҡына. — Бына был егеттәр минең кем икәнлегемде бик яҡшы белә. — Тегеләр ирекһеҙҙән уның уҫал, үткер ҡарашынан ҡаушап, бүректәрен сисеп, күҙҙәрен иҙәнгә төбәне. Йәнәһе, уларҙың бында бер төрлө лә ғәйебе юҡ.
— Мин — Йылайыр НКВД-һы сержанты Исхаҡов, — тип теләр-теләмәҫ кенә таныштырырға мәжбүр булды олораҡтары. — Ә быныһы — тәфтишсе Харитонов.
Шунан кинәт мейес алдында самауыр тоҡандырырға торған Шәһиҙәгә:
— Яп шул көсөктәреңдең ауыҙын, — тип екерҙе. — Юғиһә, хәҙер үк урамға ҡыуып сығарам.
Балалар тынды, ә сержант Исхаҡов һүҙен дауам итте:
— Беҙ һеҙгә сәй эсеп, ҡунаҡ булып ултырырға килмәнек. Ҡайҙа, ниндәй атыу ҡоралдарың ята, тыйылған әҙәбиәт, дүкәминт бар — әлегә һуң түгел, сығарып һал. Юғиһә, өйөгөҙҙө үҙебеҙ аҡтарабыҙ.
— Аҡтарһағыҙ ҙа, тентеһәгеҙ ҙә, миндә бер төрлө лә ҡорал да, Совет власына, партияға ҡаршы бер төрлө әҙәбиәт тә юҡ. Ана, шкафта Фәрит менән Фәтихтең дәфтәр һәм дәреслектәре генә, минең эш ҡағыҙҙары ла шунда.
Сержант шкафтағы китап-дәфтәрҙәрҙе иҙәнгә һыпырып төшөрҙө лә Ғәлиулланың завод буйынса эш ҡағыҙҙарын аҡтарырға кереште, кесе тәфтишсе, кеҫә фонарын яҡтыртып, баҙға төшөп китте.
— Улар халыҡ дошмандарын, вәлидовсыларҙы, троцкистарҙы, һәр төрлө шпиондарҙы эҙләй, — тине шым ғына ауыл Советы рәйесе Сәмиғулла Мәүлитов.
— Ана бит вәлидовсылар ята, — тип әсе көлдө Ғәлиулла, балаларына күрһәтеп. — Биш йәшлек Рәшитебеҙ Мортазин ғәскәрендә һуғышты.
— Яп ауыҙыңды, сволочь! — НКВД сержанты Ғәлиулланы күлдәгенән бөрөп алып, ишек төбөнә бәрҙе. Күлдәк шытырлап йыртылды, ә Ғәлиулла тупһанан соланға тәгәрәне. Ул арала булманы, 8 йәшлек Фәтих ҡапыл һикенән төштө лә “чекист”ың баш бармағын тешләп алды.
— Теймә минең әтейгә!
— Ах, ты, щенок! — Ҡаты итеп тибеүҙән Фәтих осоп барып, башы менән өҫтәл аяғына һуғылды, аңын юғалтҡан улын йәлләүҙән Шәһиҙә түҙмәйенсә ҡулындағы тәртешкәһе менән Исхаҡовтың биленә һуҡты. Ҡалын шинель кейгән сержантҡа был киҙәнеү серәкәй тешләүе һымаҡ та булманы. Шулай ҙа ул асыуынан тәртешкәне, әсәнең ҡулдарынан тартып алып, тышҡа ырғытты.
— Эш ҙурға китмәҫ борон, һин тор, кейен, киттек! — тип екерҙе йорт хужаһына.
— Ҡайҙа? — Ауыҙындағы ҡанды еңе менән һыпырып, Ғәлиулла саҡ аяғына баҫты. Көпөһөн, ҡолаҡсын бүркен алып кейҙе, мейес араһынан ямаулы быймаһын тартып сығарҙы.
— Барғас күрерһең, йәғни, күрмәгәнеңде күрерһең. — Үҙенсә шаян һүҙ әйттем тип уйлап булһа кәрәк, сержант башын артҡа ташлап, һарғайған тештәрен ыржайтып көлгән булды.
— Минең бер ғәйебем дә юҡ, тиҙҙән ҡайтырмын, — тине атай кеше ишектән сыҡҡанда. — Ә һеҙ, атай өйҙә юҡ тип, уҡыуығыҙҙы ташлап ҡуймағыҙ. Әсәйегеҙҙе тыңлап ҡына тороғоҙ. Районда мине, бына был әҙәм аҡтығына ҡарағанда, яҡшыраҡ беләләр, — тип ул асыулы ҡарашын “совет депутаты” Баймырҙа Мусинға борҙо. — Ысын коммунистарҙы һатҡан өсөн күпме әсе бал эсерҙеләр? Күреп тор, һиңә лә сират етәсәк, хәсис! Ә был НКВД шәрәмәттәренә ике донъя — бер мөрйә. Кемде тотоп япһалар ҙа бата. Тик план үтәлһен.

Бер кемгә лә тыныслыҡ юҡ

Ейәнсура районының иң төньяҡ-көнбайыш төбәген төйәк иткән, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы менән сиктәш аҡҡан, тешеңде һындырырлыҡ һалҡын һыулы Ҡарабәрҙе йылғаһы ярындағы Ҡарабәрҙе ауылында 1894 йылда донъяға килгән үткер телле, тура һүҙле Ғәлиулла Ҡужәхмәт улы Иҙрисов яҡташтары араһында төшөп ҡалғандарҙан түгел. Аҡты — аҡ, ҡараны — ҡара, тип әйтә лә белә ул. Шуға ла берәүҙәр уны дуҫ-иптәш итһә, икенселәр үлеп яратмай. Тырыш та, ныҡыш та үҙе. Бер класс белеме булмаһа ла, үҙ алдына уҡырға, яҙырға өйрәнеп алды. Йәше еткәс, батша армияһына алына, герман фронтында һуғыша, урыҫса өйрәнә. Ҡыйыу һалдатҡа сержант званиеһын биреп ташлайҙар, отделение командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Октябрь революцияһынан һуң һис икеләнеүһеҙ Зәки Вәлидов ғәскәренә барып ҡушыла. Тик Граждандар һуғышы тамамланыр алдынан ғына ҡыҙылдар яғына сығып өлгөрә һәм 1938 йылға тиклем уға бер кем “халыҡ дошманы”, “вәлидовсы” тип ярлыҡ йәбештермәне.
Матур ғына итеп ғаилә ҡороп ебәрә. Күмәк хужалыҡ тураһында һүҙ йөрөй башлағас, беренселәрҙән булып, ике атын, һабан, тырма-сәскестәрен, хатта иген елгәргесен “Берлек” колхозына тапшырып, әүҙем колхозсы булып китә, байтаҡ яңғыҙ хужалыҡты коллективҡа йәлеп итә. Уның әүҙемлеген, тырышлығын, ныҡышмаллығын күреп, идара ағзаһы итеп һайлайҙар, төҙөлөш бригадаһы вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ғәлиулла, билен биштән быуып, кирбес заводы һалырға керешә. Бындай завод тураһында был яҡтарҙа ишеткән-белгән кеше лә булмай. Кирбесте ғәҙәттә ситтән, Ырымбур өлкәһенән ташынылар, ә мейес, усаҡ сығарыу өсөн һәр ауылдың үҙ оҫталары була. Кирбестән өй һалыу уйы башҡа ла килмәй торғайны.
Ейәнсура яҡтарында был эшкә беренсе булып Ғәлиулла Иҙрисов тотона. Тәүҙә ул Төйлөгән ҡасабаһында йәшәүсе “знакум”дарын, кирбес оҫталарын саҡырып килтерә, оҙаҡ ҡына кәңәшләшәләр, бәхәсләшәләр, Ҡарабәрҙе ярындағы ҡыҙыл балсыҡ ятҡылығын барып ҡарайҙар, уға үҙҙәренсә анализ үткәрәләр, ахырҙа яйлап ҡына завод стеналары күтәрелә башлай. Тәүҙә эштең килеп сығырына бигүк ышанмай йөрөгән ауылдаштары ла килеп ҡушыла, йыл ярым эсендә бөтә кәрәкле цехтары, кирбес үртәү мейестәре әҙер булған завод тәүге продукция сығара. Ҡарабәрҙеләр өсөн был көн оло байрамға әйләнә, ә түбәһе күккә тейә яҙған Ғәлиулланы “иптәш директор” тип кенә йөрөтә башлайҙар.
Бына нимә тип яҙа ошо хаҡта райондың “Ударсы” гәзите 1937 йылдың 31 июлендә:
“Ҡарабәрҙелә 1933 йылдан бирле кирбес заводы эшләп килә. Завод ойошторолғандан бирле унда мөдир булып иптәш Иҙрисов Ғәлиулла эшләй. Иптәш Иҙрисовтың яҡшы иғтибар биреп ҡарауы арҡаһында заводтың етештереүсәнлеге йылдан-йыл үҫә бара. Тәүге йылда завод 8 мең, 1934–1935 йылдарҙа — 61-әр мең, 1936 йылда 83 мең кирбес эшләп сығарҙы. Иҙрисов үҙ инициативаһы менән ойошторған кирбес “Берлек” колхозына йыл һайын 11–12 мең һум файҙа бирә. 1937 йылда завод 100 мең кирбес эшләп сығарырға тейеш. Иптәш Иҙрисов был планды арттырып үтәү өсөн көрәшә.
Ә. Кәримов.”
Әммә ошо үҙ яйы менән барған тыныс тормошто халыҡ дошмандары, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүсе ҡара көстәр һәм уларҙың ауылдарҙағы ҡуштан-ошаҡсылары юҡҡа сығарырға ынтыла. Өҫтәге властарҙың ҡушыуы буйынса “кулактар” ҙа, “халыҡ дошмандары” ла, “троцкистары” ла, “вәлидовсылары” ла, “немец-япон агенттары” ла “һә” тигәнсе табыла. Ҡарабәрҙе ауылында иң беренсе булып колхоздың алдынғы комбайнсыһы Мөхәмәтдин Ғиззәтуллин ҡулға алына. Троцкийҙың кем икәнлеген дә белмәгән “троцкист” ун йылға тайгаға ағас йығырға ебәрелә. Ул һөргөндән әйләнеп ҡайтмай.
Икенсеһе — райондың алдынғы “Берлек” колхозы рәйесе Хөснөлхаҡ Дәминев. Ул да тыуған төйәгенә ҡайта алмай, ете-ят ерҙә башын һала. Сират райондағы берҙән-бер кирбес заводы директоры Ғәлиулла Иҙрисовҡа ла етә. Күренеүенсә, ғәмәлдә халыҡ дошмандары — колхозда илке-һалҡы эшләп, “көн уҙһын, сабата туҙһын” тип, өйҙән-өйгә әсегән бал, “сәмиғулла”, “көмөшкә” теләнселәп йөрөгән “йоҡа елкәле” ҡуштандар. Намыҫлы, колхоз өсөн йәнен бирерҙәй булып эшләгән кешеләр НКВД ҡапҡанына эләгә. Һөҙөмтәлә алдынғы хужалыҡтар емерелә, етәкселәре һөргөнгә оҙатыла. Был провокация тикмәгә генә булмай: колхоз-совхоздарҙы юҡҡа сығарыу, уларҙың көсһөҙлөгөн күрһәтеү һәм элекке ҡоролошто кире ҡайтарыу маҡсатында эшләнә.
Тәүҙә уларҙы Ейәнсура төрмәһендә тоталар. “Эйе, мин — “троцкист”, “эйе, мин — вәлидовсы”, “эйе, мин — немец-япон агенты” тип яҙма ҡағыҙ алмаҡсылар. Барып сыҡмағас, ҡанһыҙлығы, аяуһыҙлығы менән даны таралған Йылайыр төрмәһенә оҙаталар. Хат та, хәбәр ҙә килмәй уларҙан.
Тик Ғәлиулланың урта мәктәп директоры булып эшләгән уртансы улы Рәшиттең ныҡышмалы эҙләүе, бөтөн архивтарҙы аҡтарып сығыуы, юғары властарға ҡәтғи мөрәжәғәт итеүе һөҙөмтәһендә генә Ғәлиулла Иҙрисовтың 1942 йылда Куйбышев өлкәһендә “йөрәк ауырыуынан вафат булды” тигән документы табыла. Әллә йөрәк ауырыуы, әллә башҡа сәбәптәнме? Кем белә? Ошондай “тамуҡтан” ҡайтҡандарҙың һөйләүе буйынса, берәй хәрби объектты һалып бөтөүгә, тотҡондарҙы шунда уҡ “расходҡа” сығара торған булғандар. Фашистарҙан һис тә ҡалышмағандар.
Бары тик Ейәнсура районынан ғына 1931 – 1951 йылдар арауығында 881 кеше “халыҡ дошманы”на, 262 крәҫтиән “кулакка” әйләндерелеп, йә атыла, йә мәңге ҡайтмаҫлыҡ һөргөнгә ебәрелә.
Золом ҡорбандарының ауылда ҡалған ғаиләләренә лә тыныслыҡ юҡ. Бергә үҫкән тиҫтерҙәре яйы сыҡҡан һайын Ғәлиулла Иҙрисовтың балаларын йә туҡмап китә, йә мәктәпкә, клубҡа индермәй яфалай. Әммә буй-һынға башҡаларҙан көсө, таһыллығы менән айырылып торған Рәшит аптырап, ҡурҡып тормай, бик үсләшә башлаһалар, үҙҙәренең иҙмәһен иҙә, тос йоҙроҡтарын уйнатып, ҡыш көндәрендә баштары менән көрткә тығып китә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ғәлиулланың улы Фәрит тә фронтҡа алына һәм 1944 йылда Украинанан “ҡара ҡағыҙ”ы килә.
Ейәнсура — илебеҙгә һәм республикаға бик күп арҙаҡлы шәхес биргән райондарҙың береһе. Драматург һәм прозаик Азат Абдуллин, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ирек Аҡманов, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, мәшһүр йырсы Сөләймән Абдуллин, оҙаҡ йылдар “Совет Башҡортостаны” гәзитен етәкләгән Абдулла Исмәғилев, БАССР Юғары Советы Президиумы рәйестәре Рәхим Ибраһимов менән Фәйзулла Солтанов, СССР дәүләт премияһы лауреаты, геолог Басир Мәһәҙиев, Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны авторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов, Башҡортостандың ер эштәре халыҡ комиссары Сөләймән Мырҙабулатов, Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Вадим Сафин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау комиссары Ғүмәр Ҡыуатов (бөгөн республика клиник дауаханаһы уның исемен йөрөтә), Башҡортостан милли шураһының беренсе рәйесе, урыҫ графикаһы нигеҙендә тәүге башҡорт алфавитын төҙөүсе Мстислав (Мөхәмәтхан) Ҡулаев һәм башҡалар. Уларҙың араһына Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар “кулак улы” ярлығын йөрөткән хөрмәтле ил ағаһы Рәшит Ғәлиулла улы Иҙрисовтың да исемен индерер инем. Һәм бына ни өсөн.
— Йә, ҡайттыңмы, баһадир? — Район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире алдындағы мыҡты кәүҙәле, етди ҡарашлы егеткә һоҡланып күҙ атты ла, дипломын ҡулына алды. — Оһо-һо, бында тик “бишле”ләр генә. Алдағы йылда Инәк мәктәбен урта мәктәпкә әйләндерергә ине уйыбыҙ. Шуға тотон. Кластарҙы комплектлау, ремонт эштәре, уҡытыусыларға фатир, утын хәстәрләү — бөтәһе лә һинең өҫтөңдә, ҡустым!
Рәшитте өйрәтәһе юҡ. Армия хеҙмәтенән һуң Ырымбур өлкәһенең Аҡбүләк педагогия училищеһын тамамлағас, Ҡужабаҡ башланғыс мәктәбенең ишеген асҡайны ул тәүҙә. Артабан Назар мәктәбендә уҡыта. Башҡорт дәүләт университетының тарих факльтетын ситтән тороп тамамлағас, Инәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә итеп ебәрәләр. Бында ла һынатмай егет: тырым-тыраҡай ултырған өс-дүрт корпусты бергә ҡушып, мәктәп итеп эшләтеп ала, уны урта мәктәпкә әйләндерә. Совхоз үҙәге булғас, тик урыҫса ғына уҡытылырға тейеш тигән иҫке ҡалыпты ватып-емереп, башҡорт кластарын астыра. Ә был эш ул йылдарҙа, ай-һай, еңел генә бирелмәне. Аҙ ғына ситкә тайпылдыңмы, “милләтсе” тигән мөһөр һуғыуҙарын көт тә тор. Әммә Ырымбур өлкәһенә терәлеп ятҡанғамы, әллә Өфөнән алыҫ булғанғамы, әллә замана сәйәсәтенә ярарға тырышыпмы, Яңы Себенле ауыл Советына ҡараған туғыҙ ауылдың тик Яңы Николаевка һәм Дубняки ауылдарында ғына урыҫтар йәшәһә лә, бөтә мәктәптәрҙе лә урыҫлаштырып бөтөргәйнеләр. Хатта совхоз үҙәгендәге мәктәптә лә, бер-ике генә урыҫ балаһы уҡыуына ҡарамаҫтан, уҡытыуға күскәйнеләр.
Үткән быуаттың сетерекле 60-сы йылдарында Рәшит Иҙрисов үҙенә генә хас тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ һәм хатта хәйлә менән тигәндәй башҡорт кластарын да астыра, тирә-яҡтағы ауылдарҙан йыйылған 150 уҡыусыны мәктәптең яңы интернатына урынлаштыра. Уны шунда уҡ партияның район комитетына саҡыртып алалар.
— Һеҙ нимә, иптәш Иҙрисов, артыҡ шашып китәһегеҙ әле? — тип ҡаршыланылар уны райкомда. — Үҙем баш, үҙем түш, нимә ҡылһам да бара тип уйлайһығыҙмы?
Ләкин район мәктәптәрендә байтаҡ ҡына уҡытып, шымарып алған Рәшит һүҙҙе ҡапыл ғына икенсегә борҙо ла ебәрҙе.
— Уҡыу-уҡытыуҙың кабинет системаһын өйрәнеү өсөн Салауат, Күмертау, Ишембай, Өфө мәктәптәренең эше менән танышыу, алдынғы йәш уҡыусыларҙы фатир вәғәҙә итеп эшкә саҡырыу, физика, химия, туған тел, тарих, география кабинеттарын йыһазлау, пульт аша идара итеү ысулын файҙаланыу, хатта тәҙрә пәрҙәләрен автоматтар ярҙамынд асып-ябыу механизмын уйлап табыу яҙыҡ эшме ни? Әйҙә, балалар ҡатмарлы электрон техникаһына өйрәнә торһон тигән уй менән йөрөйбөҙ беҙ. Ауыл уҡытыусылары тигәс тә, ниңә аяҡ-ҡулдарҙы тышауларға.
— Әгәр һеҙ балаларҙы ата-әсә ризалығынан тыш, башҡортса уҡытыуға күсерәһегеҙ икән, вуздарға башҡорт ауылдарынан берәү ҙә уҡырға инә алмаясаҡ. Шул хаҡта уйланығыҙмы?
Рәшит ебеп ҡалғандарҙан түгел. “Бөткән баш — бөткән”, тип, әсе хәҡиҡәтте ярып һала:
— Ә үҙ балаларының киләсәге өсөн янып-көйгән һәм һеҙгә минең өҫтән ялыу менән килгән бер нисә ата-әсә улы-ҡыҙының ниндәй телдә уҡырға теләүе хаҡында һораштымы икән? Юҡтыр, минеңсә, сөнки беҙ үткәргән анкета һорауҙарына уҡыусыларҙың 80 проценты ыңғай яуап бирҙе. Минән “милләтсе” яһарға маташыуҙарын да беләм. Ул һүҙҙән һис тә ҡурҡмайым, сөнки үҙ милләтен, үҙ халҡын яратмаған, үҙ телен ихтирам итмәгән кешенең уҡытыусы булырға ла хаҡы юҡ. Рәми Ғарипов та:
Халҡым теле миңә хаҡлыҡ теле, —
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ! — тип ирмәк өсөн яҙмаған. Ана шул бер генә шиғыр күптәрҙе, эйе, бик күптәрҙе үҙ теленә ҡайтарҙы, үҙ теленә мөхәббәт уяттырҙы. Мин бында бер башҡорт теле тураһында ғына әйтмәйем. Ул мәсьәлә башҡа милли телдәргә лә ҡағылды бит, хатта “милләттәр консолидацияһы” нигеҙҙәре тигән матур һүҙ аша вуздарҙағы “фәнни коммунизм” дәреслегенә лә инеп китте. Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡанда университет уҡытыусыһы менән дә бәхәсләшергә тура килде. Ағайыбыҙ: “Килер бер көн, СССР-ҙа бер генә милләт, бер генә тел буласаҡ!” — тигәс, түҙмәнем, һикереп торҙом да: “Нисек кенә беҙҙе ышандырырға тырышһағыҙ ҙа “консолидация” тигән боҙоҡ һәм зарарлы теория беҙҙең илдә тормошҡа ашмаясаҡ, илебеҙ күп һәм бер кем лә үҙ телен юғалтырға теләмәйәсәк”, — тинем.
Уҡытыусы ағай һаман үҙенекен тылҡый-тылҡый, зачеткаға “өслө” билдәһен һуғып сығарҙы. Әммә икенсе уҡытыусыға имтихан биреп, уны “бишле”гә төҙәттереп алдым. Теге “консолидатор” ул хаҡта белмәй ҡалды. Юғиһә, эш ҙур китеп, ректорға барып етер ине.
Секретарь мут ҡына йылмайҙы ла, өҫтәл тартмаһынан тағы ла бер ҡағыҙ тартып сығарып, Иҙрисовтың алдына һалды.
— Быныһы нисек аңлатырһың, грамотей?
— Эйе, булды ундай хәл, — тине ул хатты уҡып сыҡҡас. — Мәктәптең физика, химия кабинеттарын автоматик режим менән йыһазландырырға тип, Ишембай мәктәп-интернатынан ике уҡытыусыны саҡырғайныҡ. Бер аҙна тигәндә улар ҡала мәктәптәренең торошло кабинеттар әҙерләне. Ә беҙҙең түләргә аҡса юҡ. Коллектив менән һөйләшеп-кәңәшләшкәндән һуң, балаларҙың ярҙам фондына бүленгән аҡсаны тотондоҡ, ә күп балалы ғаиләләргә Өфөләге 1-се һәм 2-се, Ишембай мәктәп-интернаттарының шефлыҡ ярҙамында алынған кейем-һалымды таратып бирҙек. Ҡалғанын да түләп бөтөрәсәкбеҙ. Бында мин бер ниндәй ҙә “финанс дисциплинаһын боҙоуҙы” күрмәйем.
Беренсе секретарь ҙа йомшарып китте буғай. Ишекле-түрле йөрөп алды ла Рәшиттең алдына килеп туҡтаны:
— Тапҡырлығың, бер тинде һумға әйләндерә алыу оҫталығың оҡшай миңә. Ҡайһы бер етәкселәр һымаҡ, ауыҙға ҡаптырғанды ғына көтөп ултырмайһың. Барыһын да үҙең эҙләп табаһың. Шулай ҙа һағыраҡ ҡылан. Эте лә, бете бар, тигәндәй, тураһын ярып әйтергә, бәлки, ваҡыты ла етмәгәндер. Башлаған эшеңде артыҡ шапырынмай башҡа мәктәптәргә лә еткерергә, таратырға кәрәк, минеңсә. Юғиһә, бер-ике мәрйә ҡыҙы ултыра тип, бөтә мәктәптәрҙе урыҫҡа әйләндерә башланыҡ.
Тормош үҙ ағышы менән яй ғына алға тәгәрәй башлағанда райкомдың яңы фарманы Иҙрисовтар ғаиләһен тағы ла ҡуҙғытып ебәрҙе. Рәшитте Новопетровское 8 йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ҡуялар һәм бөтәһе лә яңынан башлана. Бында ла Иҙрисовтың ныҡышмалығы һөҙөмтәһендә типовой проект менән яңы мәктәп һалына, интернат бинаһына төкәтмә күтәртелә, спорт залы асыла, килгән уҡытыусыларға фатир бирелә, мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторола. Әйтеүе генә еңел, уларҙың нисек атҡарылыуы тураһында директор үҙе генә белә. Урындан-урынға күсеп йөрөй ҙә бәкәлгә һуға, ялҡыта. Элегерәк “һайт” тигәнгә “тайт” итеп торған тормош иптәше Гөлниса ла арый. Етмәһә, ғаиләлә өс бала ла үҫеп килә. Уларҙы ла уҡытырға, кеше итергә кәрәк.
Башҡорт дәүләт университетында уҡыған сағында уҡ ул Фәтих ағаһының улы Фәриттең сөй буйы ла ҡалҡмаған көйөнә гармун тотоп ултырыуын, матур-матур көйҙәр уйнауын күреп, Өфөләге музыка мәктәп-интернатына (хәҙер Нариман Сабитов исемендәге) урынлаштырып киткәйне. Йылдар үткәс, Фәрит Ульяновск хәрби дирижерҙар училищеһын, артабан Мәскәү консерваторияһын тамамлай. Бөгөн Фәрит Иҙрисов Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны авторы, Башҡорт дәүләт опера һэм балет театры дирижеры, танылған композитор.
Новопетровскиҙа яңы мәктәп төҙөү райондың перспектива планында ҡаралмағайны. Шулай ҙа партия райкомының һүҙһеҙ ризалығы, “Заветы Ильича” колхозы рәйесе Йәмил Янбаевтың ярҙамы менән һалынған яңы типовой мәктәп тә йыл ярым эсендә ҡалҡып сыҡты. Уҡытыусыларға ла фатирлы булыу бәхете эләгә, ә йәшерәк ғаиләле уҡытыусылар иҫке мәктәптә оя ҡора.
Хәҙер Новопетровское урта мәктәбе компьютерҙар, лингофондар менән йыһазландырылған, район, район-ара методик кәңәшмәләр үткәреүгә ҡулайлаштырылған иң алдынғы мәктәптәрҙең береһе.
Мин уға бер саҡ: “Бөгөнгө мәктәтең иң төп бурысы нимәнән ғибәрәт? Хәҙер бит элекке пионер, комсомол ойошмалары юҡ, уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да йәшәйеше, булмышы үҙгәрҙе. Кем уларҙы тәрбиәләргә тейеш? Ураммы?” — тип мөрәжәғәт иткәйнем.
— Мин һеҙҙең был фекерегеҙ менән килешә алмайым, — тип ҡаршылашты етди төҫ менән Рәшит Ғәлиулла улы. — Мәктәп бөгөн уҡыу йорто ла, киләсәк быуынды тәрбиәләү үҙәге лә булырға тейеш. 40 йылдан ашыу уҡытыу тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: баланың донъяға ҡарашы, уның кем, нисек булып үҫеүе, кешеләргә мөнәсәбәте тик мәктәптә формалаша, тик унда илһам, көс, аҡыл ала, тормошҡа күҙе асыла. Шуға күрә уҡыусыларҙы уларҙы яратҡан, ихтирам иткән, халыҡ араһында абруйы булған, аҡыллы, тәрән белемле кеше генә уҡытырға тейеш.
Уға бөгөн 80 йәш. “Кулак малайы”, “халыҡ дошаны” тип кәмһетелеп үҫһә лә, Рәшит, юғалып ҡалманы, үҙен йәберләргә лә ирек ҡуйманы. Уны бер генә уй борсоно: уҡырға, кеше булырға.
Шуны ла әйтергә кәрәк: ярты быуат ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәшит Ғәлиулла улы бөгөн дә ҡул ҡаушырып ҡына өйөндә ятмай.
Ул — Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайы, сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе. Ошо йәмәғәт эштәренә 2006 йылда үҙенең Ҡарабәрҙе ауылына арнап, уның шәжәрәһен асыҡлап яҙылған “Тамырҙарым һиндә, тыуғар ер!” золом ҡорбандарының әсе яҙмышы тураһында “Йөрәк хәтере” (2012) тигән китаптарын да ҡушһаҡ, уның ниндәй киң ҡоласлы, ҡыйыу шәхес икәненә инанырһығыҙ.
Гөлниса еңгә менән Рәшит ағай өс балаға ғүмер бирә. Оло улдары Рәмил Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, Башҡортостан Торлаҡ-ккоммуналь хужалыҡ министрлығында бүлек етәксеһе булып эшләй. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған Рафаэль — Башҡортостан дәүләт медицина университетының МЧС начальнигы. Зилә ҡыҙҙары фармацевт-провизор булып эшләй. Өсөһө лә ғаиләле, тормоштары етеш. Ауылда йәшәүсе ата-әсәгә тағы ла ниндәй бәхет, байлыҡ кәрәк. Тынғыһыҙ йөрәкле Рәшит Ғәлиулла улы һаман эш өҫтөндә, бөгөн дә халҡым, тыуған ерем тип орсоҡ һымаҡ өйөрөлөп, йәмәғәт эшендә ҡайнай.
Ейәнсура яҡтарында тәүләп донъя күргән ҙур ғына күләмле “Йөрәк хәтере” йыйынтығы золом ҡорбандарына арналған һәм ул, беҙҙеңсә, Зәйнәб Биишева премияһына бик тә лайыҡ.
Ризван ХАЖИЕВ,
Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика
премияһы лауреаты,
журналист һәм яҙыусы.


Вернуться назад