“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы “Өфө” халыҡ-ара аэропортында фитосанитария тикшереүе үткәргәндә Тунистан килгән рейс пассажирҙарының береһендә декоратив үҫемлектәр таба.
Был үҫемлектәргә тейешле сертификат булмай. Фитосанитария сараларының халыҡ-ара стандартына ярашлы, Рәсәйгә тупраҡ һәм унда үҫеп ултырған үҫемлектәрҙе индереү тыйыла, шуға күрә бындай әйбер юҡ ителергә тейеш.
***
Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре дәүләт фитосанитария күҙәтеүе һәм контроле сараларын тормошҡа ашырғанда Краснодар крайынан тейешле сертификатһыҙ 20 тонна алма индереүҙе асыҡлаған.
Был — 2000 йылдың 15 июлендәге “Үҫемлектәр карантины тураһында”ғы Федераль законды боҙоу осрағы. Ғәйепле кешегә штраф һалынған.
***
Өфө районының Урыҫ Юрмашы ауыл Советы биләмәһендәге ерҙә контроль күҙәтеү саралары үткәреү барышында 0,25 гектар майҙанда законһыҙ сүплек ойошторолоуы асыҡлана.
Тимәк, Рәсәй Ер кодексының 42-се статьяһы боҙолған. Уға ярашлы, ауыл хужалығы ерҙәре иҫәбенә ингән майҙанда сүплек булдырыу рөхсәт ителмәй. Ер ҡануниәтен боҙған өсөн биләмә башлығына ҡарата административ эш ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә уға 2520 һум күләмендә штраф һалына.
***
Сентябрь айында ер контроле бүлеге тарафынан 189 күҙәтеү сараһы үткәрелә. Улар һөҙөмтәһендә ер ҡануниәтен боҙоу осраҡтары асыҡлана. Тикшереү барышында административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 64 протокол төҙөлә, 72 күрһәтмә бирелә, 77,729 мең һумлыҡ зыян ҡаплатыла.
Идаралыҡ тарафынан күрелгән административ саралар һөҙөмтәһендә Благовар районының Фрунзе исемендәге агрофирмаһындағы ер участкаһын ҡуртымға алыу договоры ғәмәлдән сығарыла. Әле был ер майҙаны икенсе шәхескә тапшырыла.
Законһыҙ сүплектәрҙе асыҡлау эше дауам итә. Сентябрь айында ауыл биләмәләрендә 16 сүплек асыҡлана. Етәкселәргә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы протоколдар төҙөлә.
Л. ФӘРИТОВА әҙерләне.