Тырышһаң, “тәмле ҡалас” ашарһың27.10.2012
Тырышһаң, “тәмле ҡалас” ашарһыңДүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов тураһындағы “Ике килгән ғүмер” (“Рождённый дважды”) тигән документаль фильмдың премьераһы булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Өфөнөң “Родина” кинотеатрында уҙған сараға геройыбыҙ әсәһе Вәсилә Мостафа ҡыҙы һәм дуҫтары менән килде. Премьеранан һуң чемпионға “Башҡортостан” гәзите сығарған календарҙы бүләк иттек. Йөҙөнән яғымлы йылмайыу китмәгән, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы Стәрлетамаҡ егете күңелгә ятты. Тамашасыларға автограф таратҡан арала беҙҙең һорауҙарҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманы.

— Ирек, һеҙгә фильм оҡшанымы?
— Тамашасылар кеүек, мин дә уны бөгөн тәүге тапҡыр ҡараным. Шуныһы ҡыҙыҡ: үҙем тураһында күп нәмә белдем. Тормошомдағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы бөтөнләй онотҡанмын икән. Тағы ла әсәйем менән атайымдың бығаса миңә һөйләмәгән уйҙарын, кисерештәрен ишетеп тулҡынландым.
Фильмды төшөрөүселәр ике йыл тирәһе эҙләнде, минең арттан ярыштарға, күнекмәләргә барҙы. Күптән түгел булған икенсе тыуған көнөмә бүләк тип ҡабул иттем уны. Исеме лә матур.
Ирек Айрат улы Зарипов 1983 йылдың мартында донъяға килгән. Фильмда ата-әсәһе уның бала сағын, үтә ҡыҙыҡһыныусан һәм тиктормаҫ малай булды, тип иҫкә алды. “Ошо ҡыҙыҡһыныусанлығың арҡаһында бәләгә генә тарып ҡуймаһаң ярар ине”, — тип борсолған атаһы.
Техника яратҡан егет үҫмер сағында уҡ мотоциклға ултыра. Бер көн дуҫы менән матайҙа елдереп китеп барғанында Ирек йөк машинаһын уҙырға теләй. Шул мәл уның шофёры ла алдағы автомобилде урап үтергә тип уҡтала. Мотоциклдың пассажиры ситкә оса, ә 17 йәшлек Ирек тәгәрмәс аҫтында ҡала...
Егет өс литрҙан ашыу ҡан юғалта, бер нисә көндән иҫенә килгәс, ике аяғынан да яҙыуын аңлай. “Барыһы ла һәйбәт, улым, борсолма! Беҙ һинең менән!” — тип ата-әсәһе уны тынысландырырға ашыға. Шунан алып Ирек теге сыуаҡ сентябрь көнөн икенсе тыуған көнө тип иҫәпләй.
— Билдәле спортсыға әүерелеүегеҙҙе ҡасан тойҙоғоҙ?
Тырышһаң, “тәмле ҡалас” ашарһың— 2010 йылда Канаданың Ванкувер ҡалаһында уҙған ҡышҡы Паралимпия уйындарына юлланғанда ике алтын миҙал алам тигән маҡсат ҡуйҙым. Тренерым Әмир Ғүмәров бер миҙалға иҫәп тотто. Икенсе “алтын”дан һуң мине Ванкувер урамдарында күптәр таный ине. Өсөнсө һәм дүртенсе миҙалдан һуң шаҡ ҡатырлыҡ хәлдәр башланды: халыҡ араһында күренеүем була, тирә-яҡтан ураталар ҙа автограф ала һәм фотоға төшөрә башлайҙар.
Яҡташтарым да минең өсөн янып-көйҙө. Ярыштан ҡайтҡас, магазинда бер ҡыҙыҡай эргәмә килде лә, йомшаҡ уйынсыҡ һоноп: “Уны һеҙгә бүләк иткем килә, сөнки һеҙ шундай көслө!” — тине.
Ошо еңеүҙәрҙән һуң “мөмкинлектәре сикләнгән” тигән һүҙбәйләнеш менән килешмәй башланым. Был тормошта һәр кем сикһеҙ мөмкинлеккә эйә. Бары ныҡ тырыш, кәрәк булһа, таш та кимер, әммә бирешмә! Һуңынан тормош алдыңа мотлаҡ “тәмле ҡалас” сығарып ҡуйыр.
“Тәмле ҡалас” өсөн Ирек Зарипов ун йылға яҡын көрәшә.
Бәләгә тарығандан һуң ике йыл буйы тормоштан толҡа тапмай ул. Көндәре лә бер иш үтә: ашап эсә лә йоҡлай. Тышҡа һирәк сығып йөрөй, сөнки бишенсе ҡатта йәшәйҙәр. Атаһын ул саҡта ауыр атлетика менән шөғөлләнгән тиергә мөмкин: Рәсәйҙә етештерелгән инвалид коляскаһы үтә ауыр була, егет тә 90 килограмдан ашып китә.
Бер көндө ата-әсәһенең һүҙҙәренән һуң Иректең үҙенә һәм тормошҡа ҡарашы ныҡ үҙгәрә. “Нимәлер эшләргә кәрәк, тик ултырыу етте!” — ти улар.
Шул осорҙа Стәрлетамаҡ инвалидтар йәмғиәте лә егетте иғтибарға ала: өйөнә шылтыратып, ауыр атлетика менән шөғөлләнергә тәҡдим итәләр.
— Аварияға тиклем бер ҡасан да ауыр атлетика менән мауыҡманым, ә ярышҡа өс ай ғына ҡалғайны. Дуҫтарым штанга, гантелдәр алып килде. Һәм мин көн һайын спорт менән шөғөлләнә башланым! Бынан тыш, диетаға ултырҙым. Бер нисә айҙа 32 килограмдан ҡотолдом! Әйткәндәй, был ярышта еңеү яуланым, — тип хәтерләй спортсы тәүге уңышын.
Артабан егет еңел атлетика, йөҙөү кеүек спорт төрҙәрендә көсөн һынай. Һөҙөмтәлә саңғыла туҡтала.
— Киләһе Паралимпиадала ҡатнашырға уйығыҙ бармы?
— Хәҙер спорт— минең төп эшем. Маҡсатым — киләһе Паралимпиадаға барыу.
— Һеҙҙең шәп спортсы булыуығыҙ барыһына ла билдәле. Ә атай вазифаһын нисек башҡараһығыҙ?
— Ҡатыным Лена менән ике бала үҫтерәбеҙ. Айнур улыма — 4, Диана ҡыҙыма — 2 йәш. Күнекмәләр арҡаһында ғаиләм эргәһендә һирәк булам, шуға ла уларҙы күп иркәләтәм. Балалар ҙа һағына: өйҙә саҡта “атай, әйҙә, тышҡа сығайыҡ”, “әйҙә, уйнайыҡ”, “мине кейендер” тип эргәнән китмәйҙәр.
Улым менән ҡыҙым мотлаҡ спорт менән шөғөлләнәсәк. Хәҙер Айнур хоккей уйнарлыҡ булды, әммә әсәһе йөҙөүгә бирәйек, ти. Әлегә уртаҡ фекергә килмәнек.
Заманабыҙ геройы Ирек Зарипов тураһындағы фильмды ҡарағанда ирекһеҙҙән милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың образы хәтергә төштө. Был уларҙың икеһенә лә хас көс-ғәйрәткә генә түгел, ә күңел нескәлегенә лә бәйлелер, моғайын. Мәҫәлән, беҙҙең көндәргә Салауаттың хисле лә, ярһыу ҙа шиғырҙары килеп етһә, Ирек һөйгәненең йөрәген мөхәббәт шиғырҙары менән яулаған. Спортсыбыҙ тағы ла гитарала уйнарға һәм йырларға ярата икән.
Вәсилә Мостафа ҡыҙы ла фильмда улының хисле, йомшаҡ күңелле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алғайны. “Урамда хәйер һораусылар осраһа, Ирек минән 50 тин булһа ла һорап алып, уларға биреп китә ине. Бәләкәй сағынан кеше хәленә инә белә”, — тигәйне ул. Шуға ла бөгөн Ирек Зариповтың депутатлыҡ эшенә тотоноуы ғәжәпләндермәй.
— Кешеләр депутаттарға ҡыҙыҡ өсөн йөрөмәй, һәр береһенең аһ-зары бар. Мәҫәлән, яңыраҡ күп ҡатлы йортта йәшәгән ағайҙың үтенесе буйынса уның тәҙрәһен ҡаплап үҫкән ағасты ҡырҡтырҙыҡ. Хәҙер өй эсе яҡтырып, йәмләнеп китте, тип һөйөнөп шылтыратты. Ошондай көнкүреш мәшәҡәттәренән алып инвалидтарға фатир юллау кеүек мәсьәләләргә тиклем хәл итәбеҙ. Һәр һорауҙа юристарымдың ярҙамына таянам.
Әгәр мөмкинлек бирелһә, республика кимәлендә лә йәмәғәтселек эше менән шөғөлләнергә әҙермен.
Н. Хәсәнова


Вернуться назад