“Төпкөл”31.10.2012
Хәйбулла районының Ғәлекәй ауылынан Әхмәтшакир Әфләтун улы Айҙашев 1934 йылдың 8 мартында ун йылға концлагерға оҙатыла. Унан ҡайтып күп тә тормай, СССР Дәүләт именлеге министрлығы ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә ҡарары менән контрреволюцион эшмәкәрлек өсөн һөргөнгә ебәрелә.
Ошо уҡ райондың Нурмөхәмәт ауылынан Нәбиулла Ниғмәт улы Итбаев башта биш йылға, унан һуң тағы ла 10 йылға хөкөм ителә.
Ейәнсура районының Ҡыуат ауылында тыуып үҫкән Сабир Йомабай улы Ҡыуатовтың да яҙмышы фажиғәле. Ҡулға алынғанға тиклем ул Ураҙбай ауылында йәшәгән, Аҡъюл ауыл Советында финанс бүлеге мөдире булып эшләгән. Дәүләт сәйәси идараһы бүлегенең 1934 йылдың 8 мартындағы ҡарары менән 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. Дмитлагта (Мәскәү — Волга каналы төҙөлөшө), БАМлагта, Кузнецов бассейнында, Тайшетлагта, Омск ҡалаһында була. 1939 йылда НКВД органдарына иреккә сығарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Ғаризаны ҡәнәғәтләндермәйҙәр. Сабир Ҡыуатов 1943 йылда яза ваҡытын тултыра. Әммә, СССР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1946 йылда ғына төрмәнән сыға һәм Ҡаҙағстанда төпләнә. 1950 йылдың 30 авгусында контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡайтанан ҡулға алына. Эш буйынса дәлилдәрҙең булмауына, ғәйебен танымауына ҡарамаҫтан, Махсус кәңәшмә ҡарары менән ул Красноярск крайына ун йылға һөргөнгә ебәрелә.
1958 йылда эште ҡайтанан ҡарауҙы һорап, БАССР Прокуратураһына мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтә булараҡ өҫтәмә тикшереү үткәрелә, 1932—1933 йылдарҙа халыҡ дошмандарын фаш иткән кешеләрҙән ҡайтанан һорау алына. Уларҙы, нигеҙҙә, ВКП(б) ағзалары, шул йылдарҙа ауыл Советы, колхоз рәйесе, бригадир булып эшләгәндәр тәшкил итә. Әлбиттә, был кешеләр элек әйткән һүҙендә ҡала.
Мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, 1958 йылдың 16 сентябрендә БАССР Прокуратураһы С.Й. Ҡыуатовты, З.С. Ыҡбаевты, А.Д. Торомтаевты, З.Ғ. Батыровты һәм башҡаларҙы (йәмғеһе 97 кешене) реабилитациялауҙан баш тартыу тураһында ҡарар сығара. Ни бары 16 кеше аҡлана.
БАССР прокурорының протесын ҡарау һөҙөмтәһендә Башҡорт АССР-ы Юғары суды Президиумы Башҡортостан буйынса Дәүләт сәйәси идараһы бүлегенең 1934 йылдың 27 февралендәге Г.А. Ишкилдин, Г.Г. Аҡҡусҡаров, Г.М. Үзбәков, Я.Х. Ҡужәхмәтов, А.А. Таһиров, Ш.А. Исмәғилев, Л.А. Туҡаев, Я.С. Ултыраҡов, И.С. Бикбов, П.Я. Мельников, М.Г. Кулагин, Ю.А. Ҡыуатов, Г.Н. Никитин, С.Х. Лоҡманов, С.Х. Абдуллин, Х.К. Ибраһимовҡа ҡарата ҡул ҡуйылған ҡарарын ғәмәлдән сығара.
Әйтергә кәрәк, БАССР прокурорының протесы ярым-ярты ғына була. Ул ҡарарҙы юҡҡа сығарыуҙы һәм дәлилдәр етмәгәнгә күрә эште туҡтатыуҙы ғына һорай.
БАССР Юғары суды Президиумының ҡарары ла ике төрлө тәьҫир ҡалдыра. Дәлилдәр бар, ләкин етерлек түгел, тимәк, реабилитацияланған кешеләрҙең ғәйепле йәки ғәйепһеҙ булыуында ла шик ҡала, тип аңларға мөмкин.
Советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ялған ғәйеп тағылған 97 кеше 1989 йылда ғына тулыһынса аҡлана.
ОГПУ һәм НКВД органдары 1933 — 1934 йылдарҙа Совет власына ҡаршы ойошманы асыҡлау һәм уны юҡ итеү менән генә сикләнеп ҡалмай. Чекистар дошманды, уларҙы яҡлаған кешеләрҙе фаш итеүҙән туҡтамай, яңынан-яңы материал туплай. 1937 йылда “Төпкөл”дөң дауамы булараҡ яңы эш асыла.
Ошо уҡ йылдың ноябрендә Хәйбулла районының Нурмөхәмәт, Бикбау, Утарбай, Йәнтеш, Ултыраҡ, Байғусҡар, Аҡназар, Матрай районының Ҡаҙырша, Ашҡаҙар ауылдарында ғәйепһеҙ кешеләр күпләп ҡулға алына. БАССР НКВД-һының Хәйбулла район бүлеге тарафынан 25 ноябрҙә төҙөлгән ғәйепләү һығымтаһында билдәләнеүенсә, алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә 1933 йылдан эш иткән контрреволюция ойошмаһы асыҡлана. Ойошма Совет власына ҡаршы ихтилал күтәреүҙе, тәү сиратта Йылайыр ауылына һөжүм итеүҙе, район хәрби комиссариатының ҡорал келәтен яулауҙы маҡсат итеп ҡуя. Йылайырға һөжүм уңышһыҙ тамамланғас, шулай уҡ ойошма етәкселәренең бер өлөшө ҡулға алынғас, ҡалған ағзалар милекте урлау, уға зыян килтереү юлы менән колхоздарҙы тарҡатырға, Советтарға ҡаршы агитация алып барырға ҡарар итә.
Ғәйепләү ҡағыҙҙарында мөлкәтте урлау йәки уға зыян килтереү осраҡтары теркәлмәгән. Контрреволюцион эшмәкәрлек шаһиттар менән ғәйепләнеүселәрҙең һүҙҙәренә генә нигеҙләнә.
Был эш буйынса 53 кеше хөкөмгә тарттырыла. Ҡулға алынып, 10 — 15 көн үтеүгә ҡарар иғлан ителеп, кисектермәҫтән хөкөм сараһы тормошҡа ашырыла. 53 кешенең 20-һе иң ҡаты язаға — атыуға дусар була.
Утарбай ауылынан Ҡотлоғужа Ҡотлоғәлләм улы Атанов, Дилмөхәмәт Раҫмөхәмәт улы Атанов 16 һәм 19 ноябрҙә ҡулға алына, 28 ноябрҙә уларҙы атырға тигән ҡарар сығарыла. Ҡотлоғужа Атанов — 1937 йылдың 16 декабрендә, ә Дилмөхәмәт Атанов 1938 йылдың 4 февралендә язаға тарттырыла.
Матрай районының Ашҡаҙар ауылында йәшәгән Хөсәйен Ғайса улы Атанов 1937 йылдың 4 ноябрендә һаҡ аҫтына алына. Уны контрреволюцион отряд ағзаһы булыуҙа, йыйылыштар үткәреү өсөн фатирын биреүҙә, колхозға зыян килтереүгә йүнәлтелгән эш алып барыуҙа ғәйепләйҙәр. БАССР НКВД-һының 1937 йылдың 28 ноябрендәге ҡарары менән ул, мөлкәте тартып алынып, атыуға хөкөм ителә. 17 декабрҙә яза ҡарары тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы законһыҙ, нигеҙһеҙ енәйәт яуаплылығына тарттырылған 53 кешенең барыһын да реабилитациялай.
Ашҡаҙар ауылынан (әлеге Йылайыр районы) ҡулға алынғандар бик күп була. Коллективлаштырыу башланғас, Утарбай, Ултыраҡ, Ҡәҙерша ауылдарының әүҙемерәк, эшлеклерәк кешеләре Асҡараза йылғаһы ярында Ашҡаҙар тигән ауылға нигеҙ һала. Һуңыраҡ ошонда уҡ “Ашҡаҙар” колхозы барлыҡҡа килә.
Күп тә үтмәй, 30-лап ҡына йортло ауылдың иң аҫыл ирҙәре Сталин лагерҙарына китеп юғала. Сәбәбе ниҙә? Яңы урында заманса тормош ҡорорға ынтылған тырыш, эшһөйәр кешеләр зыян күрә башлыса. Был ауылдан Зәйнулла Ғәлиәскәр улы Батыров, Искәнйәр Шәймәрҙән улы Билалов, Низам Мөхәмәтйән улы Билалов, Сәлимйән Әбделғәни улы Торомтаев, Ғималетдин Низаметдин улы Торомтаев, Хөснөтдин Дәүләт улы Атанов һәм башҡалар золом ҡорбаны була.
1937 йылда күрше Матрай районында НКВД-ның район бүлеге хеҙмәткәрҙәре баш күтәреүселәрҙең милли отряды тураһындағы эште ҡарай. 53 кеше енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Улар Афзал Таһиров етәкселегендәге контрреволюция буржуаз-милли ойошмаһы ағзалары булыуҙа ғәйепләнә. Йәнәһе, Совет власына ҡаршы эш алып барған, ҡораллы ихтилалға әҙерләнгән.
НКВД-ның 1937 йылдың 3 декабрендәге ҡарары менән Ғүмәр ауылынан М.К. Байназаров, М.Г. Сәйетҡолов, А.Х. Буканов, Суртанүҙәк ауылынан Ю.Х. Сыуашев, Х.И. Ишембәтов, Г.С. Сөләймәнов, А.Ш. Әптекәев, Оло Һаҙҙан К.А. Ҡаҙаҡҡолов, Ҡашҡар ауылынан С.Х. Ҡашҡаров, И.Х. Ҡашҡаров, Ш.Ш. Байморатов, С.М. Ҡашҡаров, Юлдыбайҙан М.З. Әпсәләмов, Х.Г. Ҡудашев, Ашҡаҙарҙан С.М. Буранбаев, А.Ш. Ҡотлобаев, Ҡарайәндән И.Т. Дәүләтбирҙин, Баймаҡ районынан И.Г. Моталлапов, М.Ш. Ҡашҡаров (йәмғеһе 20 кеше) иң ҡаты язаға хөкөм ителә. 33 кеше ун йылға холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына оҙатыла.
1958 йылда үткәрелгән өҫтәмә тикшереү һөҙөмтәһендә Матрай районында бер ниндәй ҙә милли ойошманың булмауы асыҡлана. Хөкөм ителгәндәрҙән физик көс ҡулланып алынған мәғлүмәттәр НКВД хеҙмәткәрҙәре тарафынан боҙоп, ялғанлап күрһәтелә.
Һиҙиәт Ғәлиарыҫлан улы Сәйетҡоловҡа ҡарата сығарылған ғәйепләү ҡағыҙында һәм НКВД ҡарарында уның диверсия акты ҡылыуы, имеш, ошо арҡала Ғүмәр алтын руднигы шахтаһын һыу баҫыуы, 110 кешенең эшһеҙ ҡалыуы билдәләнә. Асылда иһә, бер ниндәй ҙә шахтаны һыу баҫмай, ә ятҡылыҡты алтын аҙ булғанға күрә ябырға ҡарар итәләр.
Башҡорт АССР-ы Юғары суды Президиумының 1958 йылдың 7 февралендәге ҡарары менән нигеҙһеҙ хөкөм ителгән 53 кешенең барыһы ла аҡлана, эште ябалар.
Унан алдараҡ СССР Юғары судының Хәрби Коллегияһы билдәләмәһе менән башҡорт яҙыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1931 — 1937 йылдарҙа партияның Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе булып эшләгән һәм 1937 йылда репрессияланған Афзал Мөхитдин улы Таһиров та тулыһынса реабилитациялана.
Нахаҡҡа ғәйепләнгән кешеләрҙең балаларына “халыҡ дошманы балаһы” тигән мөһөр һуғыла, уларҙы мәктәпкә, комсомолға, колхозға алмайҙар. Мәҫәлән, Ураҙбайҙан Ғатаулла Мөьмин улы Соңғоровтың — 9, Ҡотлоғужа Ҡотлоғәлләм улы Атановтың, Дилмөхәмәт Раҫмөхәмәт улы Атановтың 5-6-шар балаһы булыуы билдәле. Кәмһетелеүгә, мыҫҡыл ителеүгә ҡарамаҫтан, ошо балалар белемгә ынтыла, тырыш, эшһөйәр булып үҫә.
Хөсәйен Атановтың улы Ҡорбанғәли уҡытыусы һөнәренә эйә булып, ғүмер буйы балаларға белем бирә. Уға “РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исем бирелә. Ҡотләхмәт Нурбулатовтың улы Әхмәтсәғит Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, яралана, Утарбай, Ибраһим, Ғәлиәхмәт ауылдарында уҡыта, хаҡлы ялға сыҡҡансы Аҡъюл ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Зариф Икбаевтың улдарынан Шәмсетдин оҙаҡ йылдар Хәйбулла районы ауыл хужалығы идаралығының баш бухгалтеры вазифаһында эшләй, Хөснөлхаҡ алдынғы механизатор була.
Яңы Яҡуп ауылынан мәшһүр ҡурайсы Ишҡәле Сәмсетдин улы Дилмөхәмәтов та ҡулға алына һәм Ҡаҙаҡ ССР-ына 5 йылға һөргөнгә ебәрелә. Уның улы Ишмулла — актер, ҡурайсы, йырсы, композитор, БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. Икенсе улы Сәйфулла ла һынатмай, талантлы ҡурайсы, импровизатор, уҡытыусы булараҡ таныла.
Ҡасим Ҡаҙаҡҡоловтың улы Мазһарға “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул 35 йыл дауамында Юлдыбай урта мәктәбе директоры булып эшләй.
Әле һүрәтләнгән хәлдәр — ХХ быуаттың 20—50-се йылдарында Совет власы тарафынан халыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән террорҙың бер өлөшө генә. Был ваҡиғалар халҡыбыҙ тарихындағы ғәйәт ҙур һәм ауыр фажиғә булараҡ ҡабул ителергә тейеш.
Йәүҙәт ТОРОМТАЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы.


Вернуться назад