Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте31.10.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре: идаралыҡ етәксеһе, Башҡортостандың баш суд приставы Байғусҡаров Зариф Закир улы, Учалы район-ара суд приставтары бүлегенең суд приставы-башҡарыусыһы Заһирова Вилә Вәлит ҡыҙы, Көйөргәҙе район суд приставтары бүлеге начальнигы, өлкән суд приставы Мыцык Александр Андреевич, Дүртөйлө район-ара суд приставтары бүлегенең суд приставы-башҡарыусыһы Йосопова Әлфинә Хәйретдин ҡыҙы, Сибай ҡала суд приставтары бүлегенең суд приставы-башҡарыусыһы Яҡупова Флүзә Барый ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, Дәүләкән район-ара суд приставтары бүлеге начальнигы, өлкән суд приставы Сосновцев Павел Михайловичҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад