Рәйлә РӘМОВА, Хәйбулла район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы:“Башҡортостан” гәзитен бала саҡтан уҡып үҫтем. Ул ваҡытта өйөбөҙгә әллә күпме гәзит-журнал килә ине. Атайымдан алда баҫманы (ул осорҙа “Совет Башҡортостаны”) уҡыр өсөн почтальонды ҡаршы алырға йүгерә торғайным. Шуға күрә матбуғат менән бәйләнеш оҙаҡ йылдар дауам итә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән йылдарымда гәзит оло кәңәшсемә һәм ярҙамсыма әүерелде. Унда баҫылған мәҡәләләрҙе, яҙыусылар тураһындағы иҫтәлектәрҙе дәрестә ҡулланам. Әле туған телдәр буйынса методист булараҡ барлыҡ уҡытыусыларҙы “Башҡортостан”ға яҙылырға саҡырам. Гәзитте, энциклопедия кеүек, дәрестә, класс сәғәттәрендә, ата-әсәләр йыйылыштарында файҙаланырға мөмкин. Бигерәк тә “Асыҡ дәрес”, “Эшҡыуарлыҡ” рубрикаларындағы мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым, “Тубырсыҡ”ты ейәнсәрем Зөлхизә һәм ейәнем Ансар менән бергәләшеп ҡарайбыҙ. Иремә “Тәгәрмәс” бите оҡшай. Ғөмүмән, “Башҡортостан” — ғаиләбеҙ гәзите.
Республикабыҙҙың һулышын, проблемаларҙы яҡтыртҡан, рухи аҙыҡ булған баҫманы алдырайыҡ, уҡыйыҡ һәм таратайыҡ. Телебеҙҙе һәм милләтебеҙҙе һаҡлайыҡ тиһәк, милли телдәге гәзит-журналдарға яҙылайыҡ! Шул сағында ғына үҙебеҙҙе рух һаҡсылары, туған тел уҡытыусылары тип йөрөтә аласаҡбыҙ.