Иман ҡайтты ауылға30.10.2012
Иман ҡайтты ауылғаҠолғонаға барған юлдың бик алама булыуына ҡарамаҫтан, унда юлланыуыбыҙ ниәте үтә лә изге ине: Ҡорбан байрамы алдынан ғына ауылда яңы мәсет асылды.

Ишембай районы юлдары төҙөк булһа ла, төпкөлдә ятҡан Ҡолғонаға тиклем асфальт барып етмәгән. Маҡарҙан һуң ҙур йөк машиналары иҙеп бөткән ҡырсын юлдан тауға 30 километрҙан ашыу күтәрелергә кәрәк. Юғарыраҡ менгән һайын һалҡынайта, урыны менән ҡар ятҡан ерҙәр, ағас-ҡаяларҙа боҙбармаҡтар эленеп торған урындар ҙа күренә башланы. Еңел машинала саҡ-саҡ барабыҙ. Тик юлда ниндәй генә михнәттәр булһа ла, ошоноң кеүек изге ваҡиға һәр ваҡыт күңелдә күтәренке һәм яҡты хистәр уята.
Ауылға инеү менән мәсет манараһы күренде. Ҡолғонаның тап үҙәгендә, бейек урында урынлашҡан ул. Шығырлап торған ҡарағайҙан һалынған йорттоң тәҙрәләреИман ҡайтты ауылға семәрләп биҙәлгән, ихатаһы кәртәләп алынған. Тышта усаҡ яғып, ҡаҙан элгәндәр, уның янында ҡатын-ҡыҙ мәш килеп аш әҙерләй. Төшкә ҡарай ғына килеп етһәк тә, туңған ер иреп өлгөрмәгәйне. Шулай булһа ла, яңы мәсет янына бар ауыл халҡы тиерлек йыйылған. Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә тантана башланырҙан алда уҡ иман йорто алдындағы майҙанды биләп алды.
Ҡолғоналар 80 йылға яҡын мәсетһеҙ йәшәгән. Совет власы осоронда, 1933 йылда уҡ емергәндәр уны. Әммә халыҡ дингә, иманға әйләнеп ҡайта башлаған осорҙа, мәсеттең кәрәклеге тағы көн үҙәгенә һуҡҡан мәсьәләгә әүерелә. 2007 йылда уҡ яңынан нигеҙ һалына уға. Бураһын күтәреп, башын ябалар. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында эш һуҙыла. Былтыр, ниһайәт, тәҙрәләр ҡуйылһа, быйыл ауыл халҡы урындағы етәкселәр менән кәңәшләшеп, тиҙ арала эште тамамлап ҡуйырға була. Һөйләшелгән — эшләнгән. Депутаттар, ауыл хакимиәте, староста, эшҡыуарҙар һәм халыҡ изге эшкә бергә тотона. Аҡсалата ярҙамды шәхси эшҡыуарҙар, урман хужалығы һәм ауыл халҡы күрһәтә. Балта оҫталары ағас эшен башҡара, ҡатын-ҡыҙ буяй-биҙәй, бер һүҙ менән әйткәндә — кем нисек булдыра ала, шулай ярҙам итә. Йыйылышта имам-хатип та һайлана. Ул әле рәсми тәғәйенләнмәгән, әммә йәш егеттең теләге ҙур, бар көсөн һалып эшләр тигән фекерҙә халыҡ.

Иман ҡайтты ауылғаМәсетте тантаналы шартта астылар. Вазифалы ҡунаҡтар, ауылдан сыҡҡан билдәле, абруйлы кешеләр килде. Рәсми рәүештә Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфис Фәйзуллин тәбрикләне. Ишембай районы һәм ҡалаһы имам-мөхтәсибе Рәфҡәт хәҙрәт менән Ғафури районы Үтәк ауылының имам-хатибы Миңлеғәле хәҙрәт доға ҡылды. Ошо ауылда тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Кирәй-ҡыпсаҡ ырыуының ҡор башы, яҙыусы Сабир Шәрипов, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе, Юрматы ырыуы ҡор башы Риф Иҫәновтар ҡотлау менән сығыш яһаны. Шунда уҡ мәсет ихатаһында иҫтәлеккә шыршылар ултырттылар.
Ҡолғона ауылы хакимиәте башлығы Азамат Мусин да, ауыл старостаһы, депутат һәм эшҡыуар Салауат Ямалов та — икеһе лә йәштәр. Һис шикһеҙ, был мәсеттең асылыуы, тиҙерәк эшләнеп бөтөүендә уларҙың өлөшө ҙур. Ауыл халҡының кеме менән генә аралашма, барыһы ла уларға рәхмәтле. “Ана, етәкселәр йәш һәм тырыш, ҡулдарында эш сыҙамай. Уларҙың тырышлығы менән бөгөн мәсетле булдыҡ”, — тип улар яғына ымлайҙар. Иман йортон төҙөүҙә кем ярҙам итте тигән һорауыма бөтөн ауыл халҡын тиерлек теҙеп һананылар.
— Кемделер айырып атау дөрөҫ булмаҫ, сөнки бында бөтәһенең дә өлөшө бар. Әлбиттә, иң нығы депутаттар һәм эшҡыуарҙар тырышты. Шулай ҙа был мәсет беҙҙең дөйөм эшебеҙ тип әйтергә була, — тине Азамат Мусин.
Мәсет асылғандың икенсе көнө Ҡорбан байрамы ине. Бер нисә урында ҙур хәрефтәр менән “Иртәгә ауыл мәсетендә Ҡорбан байрамы уҙғарыласаҡ. Сәғәт 10-да башлана” тигән яҙыуҙар күренде. Халыҡ араһында ла: “Иртәгә бында килтереп ҡорбан салырға кәрәк”, — тигән һүҙҙәр ишетелде. Тимәк, мәсет асылды ла онотолдо түгел, ә гөрләп торасаҡ.
Иман йорто асылыуы ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәлә ҙур байрамға әүерелде. Оло йәштәгеләр генә түгел, йәштәр ҙә ҡәнәғәтлек тойғоһон йәшермәне. Мәктәп уҡыусылары хатта бәләкәй генә концерт әҙерләгәйне.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Ноғман МУСИН, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
— Элек ауылда бынамын тигән мәсет булды. Ҙур, күркәм ине ул. 1933 йылда емергәндәрен, манараһын ауҙарғандарын үҙ күҙем менән күрҙем. Бөгөн мәсеттең яңынан тергеҙелеүе бик күңелле. Был халыҡтың үҙ диненә, рухына кире ҡайтыуы тип иҫәпләйем. Мәсеттең төп маҡсаты намаҙ уҡыуҙа ғына түгел бит, ул — халыҡтың тарихын, үткәнен бөгөнгө менән ялғау. Ауыл халҡы бөтәһе бергә тырышты, еренә еткереп эшләп ҡуйғандар. Афарин барыһына ла. Иман йортоноң 80 йылдан һуң кире ҡайтыуы — ҙур ваҡиға.

Риф ҠУНАҠБАЕВ, шәхси эшҡыуар, ауыл Советы депутаты:

— Мәсет оҙаҡ төҙөлдө. Әллә ниңә һуҙылды ла һуҙылды. Шунан ауылдың старостаһы, эшҡыуар Салауат Ямалов менән һөйләштек тә, депутат булараҡ, эште үҙ ҡулыбыҙға алырға булдыҡ. Кешене йыйып эшләттек, ағас менән шөғөлләнгәс, материал да үҙемдән булды. Йылы үткәреү, АГВ алыуҙа урман хужалығы ярҙам итте. Әле асылғас, тын алыуы рәхәт булып китте. Күңелдә тыныслыҡ һәм һиллек. Халыҡ рәхмәтен тойоу — ҙур шатлыҡ.

Сәбиғә ФӘТИЕВА, пенсионер:
— Был беҙҙең өсөн ҙур бәхет. 70 йыл дин юҡ тип йөрөттөләр. Тик электән килгән ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, традицион ислам ҡанундары ауылда бер ҡасан да бөтмәне, өлкәндәр динде онотманы. Һәр саҡ ураҙа тоттоҡ, никах уҡыныҡ, һуңғы юлға йола буйынса оҙаттыҡ. Элекке муллалар вафат булып бөттө. Хәҙер йәш имамға өмөт бағлайбыҙ. Аллаһҡа шөкөр, мәсет асылыр көндө үҙ күҙебеҙ менән күрә алдыҡ, беҙгә лә иман килде.


Вернуться назад