Әмәлен табырға мөмкин30.10.2012
Әмәлен табырға мөмкинЗаман менән бергә атлаған ғаиләләр — дәүләтебеҙҙең байлығы. Улар үҙҙәренең яҡшы өлгөһө менән йәштәргә фәһем бирә. Яңыбай ауылындағы Рәсимә менән Рәмил Янбаевтарҙың ғаиләһе лә шундайҙарҙан.

Ошо ауыл ҡыҙы Рәсимә Стәрлетамаҡта бухгалтерҙар мәктәбенән һуң тыуған ауылына, Матросов исемендәге колхозға, эшкә ҡайта. Тиҙҙән уңған ҡыҙ Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап эшкә килгән Үрген егете Рәмил менән таныша. Йәштәр ғаилә ҡора. Янбаевтар ике ҡыҙ, бер малай тәрбиәләп үҫтергән, ике ейәнсәрҙәре бар.
Әле ғаилә ныҡлап малсылыҡҡа тотонған. 19 баш малдың һигеҙе — һауын һыйыры. Һөт ризыҡтарын аҙнаһына ике мәртәбә Орск ҡалаһында һатыуға сығаралар. 50 ҡаҙ, башҡа ҡош-ҡорт аҫрайҙар. 1993 йылда ғаилә яңы йорт та һалып ингән. Йәшәргә теләһәң, Янбаевтар кеүек әмәлен дә табырға мөмкин.
Әнисә БИКТАШЕВА.
Ейәнсура районы.


Вернуться назад