Бишәүҙәр ауылындағы Сәүиә менән Венер Хамматовтарҙың ырыҫлы, бәрәкәтле тормошона һоҡланмау мөмкин түгел. “Хамматов” крәҫтиән-фермер хужалығын былтыр сентябрҙә генә ойошторалар. Әле уларҙың 400-гә яҡын ҡаҙы, 80 һауын кәзәһе, 350 баш умартаһы, 30-лап йорт ҡуяны бар.
Йорт хужаһы балта оҫтаһы, мейес сығарыусы булараҡ та дан алған. Уның семәрләп эшләгән тәҙрә рамдарын, яңаҡтарын, умарта өсөн кәрәк-ярағын шунда уҡ һатып алып бөтәләр. Сығарған мейесе ыҡсым, һәйбәт булғаны өсөн оҫтаны әллә ҡайҙарҙан эҙләп киләләр. Тормош иптәше Сәүиә Динарик ҡыҙы — ауылдың уңған килендәренең береһе. Ҡош-ҡорт ҡарау, кәзә һауыу, ҡымыҙ бешеү — бөтәһе лә уның иңендә.
Күркәм ғаиләлә биш бала эшкә өйрәнеп үҫә.
— Крәҫтиән хеҙмәтенең тәмен беҙгә атай-әсәй һеңдерҙе. Ун бер балалы ғаиләлә үҫкәс, бәләкәйҙән тырыш, егәрле булдыҡ. Шуға ла ҡулыма ни тотһам, гөлдәй итеп, еренә еткереп эшләп ҡуям. Балаларҙы ла шуға өйрәтәм, — ти Венер ағай.
Шундай ҙур хужалыҡты алып барыуҙа уға туғандары, кейәүҙәре ярҙам итә. Күмәк көс менән бесәнде лә, йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, күп итеп әҙерләгән. Көҙ ҡаҙ өмәһенә лә туғандар бергә йыйыла, сөнки Хамматовтар ҡаҙ үрсетеү менән ун йылдан ашыу шөғөлләнә. “Икенсе йылға ҡаҙҙарҙың да, кәзәләрҙең дә һанын арттырырға ине. Умарталарҙы ла 500-гә еткерергә иҫәп бар”, — ти Венер ағай.
“Колхоз бөттө, эш юҡ” тип зарланып ятҡан ҡайһы бер ир-егет өсөн Сәүиә менән Венер Хамматовтарҙың тырышлығы, уңғанлығы өлгө булып тора.
— Бәхет төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Яратышып ҡауышҡан йәрем, балаларым, күңел талабы булған эшем, шөғөлөм бар. Хоҙай һәр кемгә ниндәй ҙә булһа һәләт биргән. Шуны файҙалана белергә генә кәрәк, — ти Венер Дауыт улы.
Ирина НУРИЕВА.
Салауат районы.