Өсөнсө көн тоташ ҡар яуҙырып...30.10.2012
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуҙырып...Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән, киләсәк быуындың именлеген тәьмин иткән һәр совет һалдатына, тыл хеҙмәткәренә һәйкәл ҡуйырлыҡ.

Беҙҙең Мулдаҡай ауылынан яуға киткән 39 кешенең 22-һе әйләнеп ҡайтҡан. Атайым Ибраһим Ғәлиарыҫлан улы Мөхәмәтйәров 43-сө уҡсылар дивизияһында һуғышҡан. Мәскәү өсөн барған алыштарҙа ҡатнашырға тура килгән. 1942 йылдың 9 октябрендә ҡаты яраланған.
Аяғына пуля тейеп, иҫһеҙ ауған атайымды ауылдашыбыҙ Сәлимйән бабай Хәсәнов үлемдән ҡотҡара. Ул яралыны, йүкә ҡайырына һалып, фронт һыҙығынан һөйрәп алып сыға.
Һуңынан, яҡты донъя менән хушлашырына ике-өс ай ваҡыт ҡалғанда, табиптар атайымдың түшендә лә бер-ике сантиметрлыҡ ярсыҡ тапты. Ҡышҡы буранда, ҡар яуғанда ныҡ һыҙлана торғайны ҡәҙерлебеҙ. Шул мәлдәрҙә Мостай Кәримдең “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” тигән шиғырын иҫкә төшөрә торғайным. Фронтта алған йәрәхәттәре өсөн яугиргә инвалидлыҡ белешмәһе лә бирелгән булған бит, уны үҙе баҡыйлыҡҡа күскәс кенә әсәйемә тотторғандар... Атайымдың хәрби билеты ла ниндәйҙер сәбәп менән юғалған. Уны эҙләп табырға һәм яҡынымдың хәрби юлын барларға ниәт тотам.
Бөйөк Ватан һуғышынан имен ҡайтыу бәхетенә эйә булған атайым матур, етеш тормош көттө. Әсәйем Сәхирә Ғималетдин ҡыҙы менән һигеҙ балаға ғүмер бирҙеләр. Атайым йәйен — арба, ҡышын сана егеп, 60 саҡрымда ятҡан Ҡатауҙан ауыл халҡына көнкүреш кәрәк-ярағы, һауыт-һаба, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым ташыны. Оло Тәләк ағас эшкәртеү хужалығының Мулдаҡай бүлексәһендә һатыусы, урман хужалығында ҡарауылсы булып эшләне. 1961 йылда ҙур өй һалды. Хужалығыбыҙ етеш ине: икешәр ат һәм һыйырҙан өҙөлмәнек, малыбыҙ быҙауҙар менән бергә ете-һигеҙгә барып етә торғайны. Шулай уҡ күп итеп ҡаҙ тоттоҡ, кәзә, һарыҡ аҫраныҡ, ҡортобоҙ ҙа бар ине.
Әсәйем шәл бәйләүгә әүәҫ булды, уҡыусыларға мәктәп формаһы тегеп бирә торғайны. Ауыл ҡатындарының унан ҡаҙ, йылҡы итен ҡаҡларға өйрәнергә килгәне хәтерҙә.
Атайым вафат булғас, барлыҡ ауырлыҡ әсәйемдең иңенә төштө. Бөгөлөп төшмәне ул: малды юҡҡа сығармай, киреһенсә, арттырып, тырышып донъя көттө. Һәммәбеҙҙе башлы-күҙле итте, туйҙар үткәрҙе. Ситтә тормош ҡорһаҡ та, ураған һайын ҡайтып торҙоҡ, әсәйебеҙҙе ҡәҙер-хөрмәттән өҙмәнек.
Тыуған йортто әле лә онотмайбыҙ. Нигеҙебеҙҙе һыуытмай, уның ҡотон һаҡлап йәшәгән ҡустыбыҙ Ғәлимгә һәр саҡ һағынып киләбеҙ, ярҙам итәбеҙ.
Алда әйтеп үткәнемсә, Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән һәр совет һалдатына һәйкәл ҡуйырлыҡ. Ниндәй генә ауырлыҡ күрмәһен, уларҙың тормошҡа һөйөүе, йәшәүгә теләге, ихтыяр көсө һүнмәгән — был һәр ҡайһыбыҙ өсөн маяҡ булһын ине.
Р. ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Белорет районы.


Вернуться назад